Йәмғиәт
8 Ғинуар 2021, 14:00

Трамвай һәм троллейбусҡа хаҡ артҡан

Билет хаҡтары күпмегә күтәрелде? "Алға" картаһы менән түләү нисек?

Өфөлә 2021 йылдың башынан трамвай һәм троллейбустарҙа йөрөү хаҡы артты. Был хаҡта Электр транспорты идаралығы хәбәр итте.
1 ғинуарҙан ҡулаҡса һәм банк картаһы менән иҫәпләшкәндә ҡала электр транспортында йөрөү хаҡы 20 һумдан 22 һумға күтәрелгән. Ә инде “Алға” транспорт картаһы менән хаҡ элеккесә – 20 һум.
Был төр транспортҡа хаҡтарҙы күтәреү ҡарары үткән йылдың ноябрендә үк ҡабул ителгән. Электр транспорты идаралығынан, пассажирҙарҙы һаман 2016 йыл тарифтары менән йөрөтөүҙәрен билдәләп, хаҡтар күтәрелһә лә, ҡала буйынса һаман иң осһоҙо булып ҡала, тип белдергәйнеләр ул саҡта.
Әлеге мәлдә трамвай һәм троллейбустар ҡаланың транспорт системаһында мөһим урын биләй. Тағы ла шуныһы: паркта 300 трамвай һәм троллейбус йөрөй, улар 98 процентҡа туҙған, тип белдерәләр идаралыҡта.
Фото pnp.ru
Читайте нас