Мари халҡының да үҙ Раштыуа байрамы бар. Ул – Шорыкйол тип атала. Ҡалтасы районының Василов ауылы халҡы ла ошондай байрам ойошторған. Был ауыл кешеләре бик татыу, һәр эште бергә башҡарыуы һәм бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Байрамдарҙы ла улар дәррәү үткәрә. Ҡунаҡҡа килгән кешеләр быны үҙ күҙҙәре менән күрә алған.
Ҡунаҡтарҙы ауыл башында төрлө костюмдар кейгән кешеләр ҡаршы ала. Байрам уңышлы үтһен һәм йыл имен булһын өсөн мари руханиҙары мәжүсилек йолалары үткәрә. Аҙаҡ, шулай уҡ йолаға ярашлы, мари ғөрөф-ғәҙәте буйынса ҡоймаҡ менән һыйлайҙар. Тик шунан һуң ғына ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ауылға алып инеп китәләр.
Йорттарҙың береһенә кейәүгә сығырға йәше еткән ҡыҙҙар йыйыла. Улар аҙбарҙа күрәҙәлек ҡылып, һарыҡтың тояҡтарын тарта. Был байрамдың исеме лә осраҡлы ғына Шорыкйол (һарыҡ тояғы) тип аталмай. Электән яңы йылда үрсем мул булһын өсөн һарыҡ тояғын тартҡандар. Ә ҡыҙҙар шулай итеп буласаҡ ирҙәренең ниндәй икәнлеген белгән. Әгәр һарыҡ йәш икән, кейәү ҙә йәш, һомғол булған. Артабан ҡыҙҙар күрәҙәлек ҡылыуын дауам итә: кәртә аша быймаларын ташлайҙар, быйма ҡайһы яҡҡа күрһәтә, шул яҡҡа кейәүгә сығаһың. Шунан күҙҙәрен бәйләп һауыт-һаба һайларға тәҡдим итәләр. Һайланған ҡашығаяҡта нимә була, буласаҡ кейәү ҙә шундай буласаҡ. Байрамда кәләштәр өсөн түбәндәгеләр әҙерләнгәйне: бойҙай – кейәү хеҙмәт ярата, аҡса – кейәү бай, гәзит – тимәк, интеллигент йәки начальник.
Бынан һуң кейенгән кешеләр бер йортҡа бара. Хужаларға именлек, тыныслыҡ теләп иҙәнгә бойҙай һибәләр. Хужаларҙың егерле икәнлеген, донъяларының матурлығын билдәләйҙәр. Хужабикә иһә уларға үҙе бәйләгән ойоҡ менән тәпешкәләр бүләк итә.
Артабан бөтәһе бергә ауылдың үҙәгенә юллана. Бында барыһын да “Эрвел Марий” мари төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Виталий Ялаев, ойошманың Ҡалтасы районы буйынса рәйесе И. Тимиряева, Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Е. Алексеева һәм башҡа вәкәләтле кешеләр тәбрикләне. Байрамда Мишкә, Бөрө, Балтас, Яңауыл райондарынан мари йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты.
Ниндәй мари байрамы "Веревочка" милли бейеүенән тыш үтһен инде? Уны ла бейейҙәр, йырлашалар, таҡмаҡтар әйтешәләр. Дәртле сарала бер кем дә өшөмәй хатта! Яңы йыл бар республика халҡы өсөн имен һәм уңышлы булһын!