Ейәнсура районынан Луиза Ҡунаҡбаева Иҙәш ауылында үткән бик мауыҡтырғыс сара хаҡында яҙа. Баҡтиһәң, Иҙәштә ике йыл рәттән Яңы йыл каникулдарында Мәскәй әбейҙәр парады үтә икән.
- Быйыл да шаулап-гөрләп үтте был сара. Йыл hайын янылыҡтар индерә баралар был байрамға. Былтыр Мәскәй әбейҙәр ауыл буйлап йәйәү йөрөhә, быйыл аттар егеп сыҡтылар. Һәр бер Мәскәй әбей оҫта итеп кейенгән ине: ҡулдан эшләнгән битлектәр, ямаулыҡтар hалып теккән күлдәктәр, ат ялынан ҡырҡып эшләнгән сәстәр, төрлө сүрәттәге hеперткҽләр...
Ауыл буйлап пар аттарҙа йөрөп, шыршы янына йыйылып уйындар уйнап күңел астылар: hепертке менән хоккей, эстафета, быйма ташлашыу hәм башҡа ярыштар үтте. Жюриға костюмдарҙы билдәләү еңелдән булманы, сөнки hәр береhе беренсе урынға тиң ине. Иҙәш ауылының девизы "Берҙәмлектә - көс!", шуға күрә, иҙәштәр, афарин тиергә гҽнә ҡала, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Луиза.