Индонезияның Sriwijaya Air компанияһына ҡараған пассажир самолеты Яван диңгеҙенә ҡолаған.
Boeing 737−524 самолеты Индонезияның баш ҡалаһы Джакартанан Понтианак ҡалаһына юлланған була. Һауаға күтәрелеп 4 минут үткәс, борт кинәт аҫҡа төшә башлай. Самолетта 59 пассажир, шул иҫәптән алты бала булған тип хәбәр ителә.
Фажиғә ваҡытында диңгеҙҙә балыҡ тотоусылар, самолетта ниндәйҙер шартлау ишетеүҙәре тураһында белдергәндәр. Тикшереү эштәре башланған, самолеттың өлөштәре һәм бер нисә мәйет табылған. Бортта Рәсәй граждандары булмаған, тип хәбәр ителә.
Фото: CC BY 2.0 / Gilangxp/Gilang Ramadhan /