Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2021, 10:30
Яңы юл үткәргес: беренсе көн
Транспорт ағымын тәьмин итеү буйынса ҡала штабы хәлде контролдә тота.
Шулай итеп, Өфөлә ҙур транспорт проекты – Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән юл үткәргесен төҙөкләндереү башланды.
Ҡала мэрияһында даими тәртиптә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков рәйеслегендәге ҡала штабы эшләй. Штаб юлдың был участкаһындағы барлыҡ транспорт хәлен күҙәтә һәм тикшерә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә беренсе тест көнө булды, юлдың бер өлөшө ябылды. Уның һөҙөмтәһе буйынса һайлап алынған юл хәрәкәте схемаһы һөҙөмтәле булып сыҡты. Белгестәр аналитика үҙәгендә транспорт ағымын көйләне. Был участканың үткәреү һәләте сәғәтенә дүрт мең автомобиль тәшкил иткән, ә иртәнге сәғәттәрҙә был һан 6,5 мең автомобилгә тиклем етә. 14 сәғәттән 15.30 сәғәткә тиклем ҡалаға ингән урында бер ни тиклем ауырлыҡтар тыуған. Шул иҫәптән, был урында ваҡ юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уның эҙемтәләрен 15 минут эсендә хәл иткәндәр. Үткәреү һәләтен арттырыу өсөн светофор эше тәртибен дә үҙгәрткәндәр: 40 секундтан 120 секундҡа тиклем. Уның нисек эшләүе һәм һөҙөмтәлелеге киләһе көндәрҙә реаль ваҡыт тәртибендә күҙәтеләсәк.
Юлдың был участкаһын төҙөкләндереү ихтыяжы электән барлыҡҡа килгән. Юл үткәргестә тығындар ҙур, үҙе авария хәлендә. Төбәк бюджеты был участканы төҙөкләндереү өсөн аҡса бүлгән. Ҡала халҡы уңайлылығы өсөн эштәрҙең беренсе этабы мөмкин булғанса тиҙ арала, 11 ай эсендә башҡарылырға тейеш.
Транспорт ағымын тәьмин итеү буйынса ҡала штабы тәүлек әйләнәһенә эшләй, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының мөрәжәғәттәренә оператив рәүештә яуап бирә. Бөтә көнүҙәк мәғлүмәт ҡала хакимиәте сайтында махсус бүлектә бар:
https://ufacity.info/most2021/
Өфө ҡалаһы хакимиәте сираттағы тапҡыр өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтарынан килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм хәлгә аңлап ҡарарға саҡыра.
#яңыпутепровод #новыйпутепровод
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"