Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренселәрҙән булып Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында төҙөүселәрҙең бурыстарын көйләү буйынса фонд булдырҙы. Федераль структуралар менән берлектә ҙур эш атҡарыуға өлгәшелгән. Уның һөҙөмтәһендә республика федераль бюджеттан 6,7 миллиард һумды резервҡа ҡалдырылған. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҡса компенсация түләүгә һәм 60-тан ашыу проблемалы объектты төҙөп бөтөүгә йүнәлтеләсәк. Әле, булған механизмдарҙы файҙаланып, ике мең самаһы зыян күргән өлөшсөнөң торлаҡҡа хоҡуғы тергеҙелгән.
Былтыр 2 сентябргә раҫланған план-график буйынса Башҡортостанда проблемалы төҙөлөштәр иҫәбенә өлөшсөләр ҡатнашлығында төҙөлөп бөтмәгән 127 объект ингән. Йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса тағы проблемалы 125 йорт ҡалған, йәғни 7,5 мең өлөшсө үҙ фатирын көтә.
Уларға ярҙам итеү маҡсатында республика компенсациялы ер участкаларын бирә, инвесторҙар йәлеп итә, инженер коммуникацияларын һатып ала һәм төбәк фондттарҙан аҡса бүлеү кеүек саралар күрә.