Йәмғиәт
10 Ғинуар 2021, 09:30

"Был хаҡта нимә тип әйтергә лә белмәйбеҙ..."

Барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу...

Өфөлә 81-се йәшендә Рус дәүләт драма театрының художестволы етәксеһе Михаил Рабинович ауырығандан һуң вафат булған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович өс тиҫтә йылға яҡын театраль постановкалар менән етәкселек итте. 1984 йылдан Өфөнөң Рус драма театрының баш режиссеры вазифаһын алып барҙы, ә инде 1998 йылдан - художество етәксеһе. Уның етәкселегендә 45 пьеса ҡуйылды. Бынан биш йыл элек ул Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә:
- Был ауыр юғалтыу... Ҡәҙерле Михаил Исакович остаз, яҡын дуҫ булды. Тотош бер дәүер! Ауыр тупрағың еңел булһын, - тип ҡайғы уртаҡлашыуын белдергән.
Уның менән бергә эшләгән коллегалары өсөн дә был ауыр юғалтыу. “Беҙ был хаҡта нимә тип әйтергә лә белмәйбеҙ... аңыбыҙға һыймай... арабыҙҙан Михаил Исакович китте...” тип яҙғандар бөгөн театрҙың сайтында.
Фото театрҙың сайтынан.
Читайте нас