Йәмғиәт
10 Ғинуар 2021, 09:00

Светофорҙарҙың эше көйләнә

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргес төҙөлөшөнә бәйле хәл-торош тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында.

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереү барышында был участкалағы светофорҙар транспорт сараһы ағымының әүҙемлегенә ҡарап үҙгәреп торасаҡ. Ошо хаҡта “Уфагорсвет” предприятиеһының баш инженеры Руслан Яхиббаев белдерҙе.
– Өфө ҡалаһы хакимиәте махсус яуаплы дежур хеҙмәткәр тәғәйенләргә ҡарар итте. Ул тәүлек әйләнәһенә Зәки Вәлиди айырсаһындағы хәл-торошто күҙәтеп һәм бар тарафтарға ла максималь хәрәкәтте тәьмин итеп, светофор сигналы ваҡытын үҙгәртеп торасаҡ. Шулай уҡ “аҡыллы светофор объекты” автоматлаштырылған адаптив системаһын индереү вариантын да ҡарайбыҙ. Ул, хәрәкәтте ҡулайлаштырып, автоматик рәүештә транспорт ағымы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпләй һәм светофорҙың яныу ваҡытын кәметеү йәки арттырыу тураһында аныҡ ҡарар ҡабул итәсәк, – тип асыҡлыҡ индерҙе Руслан Яхиббаев.
Белгестәр белдереүенсә, иртәнсәк, 8:10 – 8:50 сәғәттәр арауығында, Өфөнән аэропорт йүнәлешендә сәғәтенә 6,5 мең машина уҙа. Тәүлек эсендә бынан үткән автомобилдәр һаны 125 меңгә барып етә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән юл үткәргестә хәрәкәт сикләнде – реконструкция эштәре башланды. Был төҙөлөш быйыл ноябрҙә тамамланырға тейеш.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.
#яңыпутепровод #новыйпутепровод
Читайте нас