Йәмғиәт
11 Ғинуар 2021, 12:30

Мәсьәлә артабан нисек хәл ителер?

"Аныҡ эш, сүп-сар сығарыу, теркәү булмаһа, тимәк, бындай төбәк операторы баҙарҙан китергә тейеш".

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе буйынса сираттағы кәңәшмә онлайн форматында уҙҙы. Унда Премьер-министр урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Бория Беляев та ҡатнашты.
Сарала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса уҙған йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға төп маҡсаттар билдәләнде. Былтырғы эш һөҙөмтәһе – “ҠКҠ-Башҡортостан” (“ТКО-Башкортостан”) ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы күҙәтеү автоматлаштырылған системаһы индерелә. Был иһә төбәк операторы күрһәткән хеҙмәттең ваҡытында атҡарылыуын әлеге ваҡыт режимында күҙәтеүгә, ҡалдыҡтарҙы даими сығарыуҙы ойоштороуға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә һәм муниципаль райондарға ике кимәлдәге бюджеттан контейнерҙар алыуға – 219,7 миллион һум, төбәк операторҙарына 341 мең һум күләмендә субсидия бүлеүгә булышлыҡ иткән.
Муниципаль берәмектәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тупланған 29 меңдән ашыу урынды (майҙансыҡты) һанлаштырған һәм системаға индергән. Майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереүгә ҡарап инвентарлаштырыу дауам итә. Әлеге ваҡытта республика буйынса сүп-сарҙы сығарыу осраҡтарын фототеркәү ярҙамында сағылдырыу күләме 99 процентҡа тиң.
Кәңәшмәлә 2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса төбәк операторҙары рейтингы билдәләнде.
– Былтыр проблеманы бергәләп хәл итеү өҫтөндә эшләһәк, быйыл төбәк операторҙарына бындай йомшаҡлыҡтарға юл ҡуйылмаясаҡ. Аныҡ эш, сүп-сар сығарыу, теркәү булмаһа, тимәк, бындай төбәк операторы баҙарҙан китергә тейеш, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Сарала Яңы йыл каникулы ваҡытында эште ойоштороу тураһында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, төбәк операторҙары сүп-сарҙы сығарыу графигын төҙөп, муниципаль берәмектәр менән килешеп, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу күләмен арттырған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен күҙәтеп барған. Барлыҡ килеп тыуған һорауҙарҙы төбәк операторҙары ваҡытында хәл иткән, ике-өс сәғәт эсендә сүп-сар сығарылған.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса социаль селтәрҙәрҙәге былтырғы мөрәжәғәттәрҙе анализлау, халыҡтың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарға ҡағылышлы һорауҙарҙа өҫтөнлөктәрҙе бүлеп ҡарауын күрһәткән. Йәғни экологик мәҙәниәтте үҫтереү мөһимерәк әһәмиәт алған. Йыл башында мөрәжәғәттәрҙең күпселеге сүп-сарҙы ваҡытында сығармауға һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған ерҙе төҙөкләндереүгә ҡағылһа, икенсе ярты йыллыҡта граждандар сүп-сарҙы айырып йыйыуға һәм ҡалдыҡтарҙы һаҡлаған объекттарға айырыуса иғтибар биргән.
Яңы йыл каникулы ваҡытында “Инцидент” системаһына алты мөрәжәғәт килгән, уларҙың дүртәүһе – контейнерҙарҙың тулыуы һәм майҙансыҡты ҡыйлауы тураһында, икәүһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәтенә түләүҙәргә ҡағылышлы.


Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас