Йәмғиәт
11 Ғинуар 2021, 18:30

Йәш хәбәрселәрҙе фестивалгә саҡыралар

Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

26 ғинуарҙа Өфөлә тәүге тапҡыр йәш хәбәрселәр фестивале уҙасаҡ. Сараны ойоштороусылар – БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты. Фестивалгә 10 – 11-се класс уҡыусылары, колледждар студенттары саҡырыла.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашыусыларҙы билдәле журналистарҙан оҫталыҡ дәрестәре, матбуғат өлкәһендә эшләгән ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар көтә. Бынан тыш, журналистика кафедраһы эргәһендә “Йәш хәбәрселәр клубы” тип аталған проект ғәмәлгә индереләсәк.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Унда исем-шәриф тулыһынса яҙылырға, бәйләнеш өсөн телефон, уҡыу йорто, курс һәм электрон почта хаҡында хәбәр ителергә тейеш.
Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (347) 273-93-12, 8-965-656-26-56 телефондары аша мөрәжәғәт итергә була.

фото: peremenim.ru
Читайте нас