Яңы йыл байрамы гөрләп үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, баш ҡалала йәшәгән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар бағыусыларҙан бүләктәр ала. Был хаҡта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Сухарева һөйләне.
- “Рәсәй студенттары отряды”, “С любовью”, “Многодеток” хәйриә фондары ярҙамы менән алынған бүләктәр хужаларына оҙатыла. Иғтибар үҙәгендә – ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Йәмғеһе 200-ҙән ашыу бүләк әҙерләнгән ине. Шуның яртыһын Яңы йыл байрамдарына тиклем тараттыҡ, яртыһын ошо көндәрҙә таратып бөтәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Ирина Сухарева.
Әйткәндәй, үҙе дүрт бала әсәһе Ирина Сухарева социаль йәһәттән әүҙем, күп балалы ғаиләләрҙең реестрын төҙөүгә тотонған. “Многодеток” хәйриә фонды аша был ғаиләләргә төрлө консультациялар, мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү маҡсатында атҡарыла был эш. Ирина Сухарева пандемия осороноң тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки был ғаиләләрҙе йыйып ҡыҙыҡлы сара үткәреү тураһында хыяллана. Ә гәзит уҡыусыларға иһә ошондай ғаиләләр менән бәйләнешкә инергә ярҙам итеүҙәрен һорай. Әгәр әүҙем, күп балалы ғаилә менән танышһығыҙ икән, 8 (347) 298-33-68 телефонына шылтыратығыҙ.
Йәмәғәт палатаһының икенсе ағзаһы, эшҡыуар Борис Сазонов иһә хаҡлы ялдағылар һәм мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәге кешеләр өсөн ай һайын 500 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тарата.
- Атайым бала саҡтан өйрәтте: ярҙам итә алаһың икән – алға! Пандемия башланыу менән башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәребеҙ менән килештек тә, күп балалы ғаиләләргә, хаҡлы ялдағыларға, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға булдыҡ. Тәүҙә гигиена саралары, битлектәр, аҙыҡ-түлек тараттыҡ. Акция киң таралыу алды. Әле Стәрлетамаҡта ошондай уҡ сара үткәрә башланыҡ. Ауыр мәлдә эшҡыуарҙар ситтә ҡалырға тейеш түгел тип һанайым, - ти Борис Сазонов.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтынан.