КПРФ-тың Башҡортостандағы бүлексәһе СССР-ҙың элекке етәксеһе Иосиф Сталинға Өфөлә бюст асыу өсөн аҡса йыя башлаған. Был хаҡта партияның сайтында иғлан биргәндәр.
Коммунистар Сталинды “донъя кимәлендә иң сағыу сәйәсәтселәренең береһе, уның етәкселегендә Рәсәй бөйөк социалистик державаға әйләнде" тип иҫәпләй.
"Күпселек халыҡ Сталинды бөйөк тарихи шәхес тип билдәләй. Социологтарҙың баһаһынан күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең 70 проценты уның ил өсөн эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Шуға ла дөрөҫлөк тантана итеп, Өфөлә Сталинға бюст асылырға тейеш”, - тип белдергәндәр республикалағы коммунистар партияһы сайтында.
КПРФ бюроһы партияның бөтә ағзаларын, фекерҙәштәрен был акцияла ҡатнашырға саҡыра. Бюстың ҡайһы тирәлә урынлашасағы аныҡланмаған.
Элек Өфөнөң Ленин урамында И. Сталинға һәйкәл ҡуйылған булған. Уны уҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағында урынлаштырғандар. Әммә партияның яңы генераль секретары Никита Хрущев КПСС-тың 20-се съезында Сталиндың шәхесен асыҡлау хаҡында доклад менән сығыш яһағас, 1961 йылда һәйкәлде алып ташлағандар.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: кәрәкме бындай бюст Өфөлә?