Йәмғиәт
12 Ғинуар 2021, 14:30

Их, быймалары!

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында үткән матур байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Әле күптән түгел генә быймалар ауыл тормошо менән бәйле атрибут тип ҡабул ителһә, бөгөн бөтә донъяға билдәле модельерҙар уларҙы подиумдар аша күрһәтә.
Һалҡын ҡыштарҙа был уңайлы һәм йылы аяҡ кейемен бер ниндәй ҙә моделле итектәр алмаштыра алмай. Быйылғы декабрь әллә ни һалҡын булмаһа ла, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы халҡының яратҡан быйма байрамын бер нәмә лә сикләмәне.
"Беҙ был байрамды өсөнсө йыл рәттән үткәрәбеҙ. Һәр саҡ кешеләр ғаиләләре менән килә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл да саралар программаһы бик ҙур", – тине ауыл Советы башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова.
Байрамға баш ҡала ҡунаҡтары ла килгән. Уларҙың береһе - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Мөнир Ахунов.
"Миңә һеҙҙең яҡтар электән таныш, тәбиғәтегеҙ ныҡ матур. Октябрь районының хәрби комиссары булып эшләгән саҡта һеҙҙең яҡташығыҙ, Дан ордены кавалеры Мостафа Ғәзизовты йыш ҡына килтереп китә торғайным. Бик яҡшы, тәртипле кеше ине ул, минең күңелдә мәңгегә һаҡлана. Уға ҡарап, бында шундай уҡ изге күңелле, яҡшы кешеләр йәшәй, тип әйтә алам. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем", – тине ул.
Сара “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы үтте. Үҙешмәкәр коллективтар күңелле сығыштары менән байрам кәйефен тағы ла күтәрҙе. Байрам ысынлап та сағыу булды. Балалар тюбингтарҙа ярышты, теләгәндәр скандинав йөрөшө менән шөғөлләнде. Шулай ҙа халыҡҡа иң нығы уҡ атыу оҡшаны.
“Иң матур биҙәлгән быйма” конкурсына ҡатнашыусылар төплө әҙерләнгән. Бәйгелә алты кеше көс һынашты. Иң матур быйма хужаһы бағыусыларҙан бүләк алды. Тәтешле районынан килгән ҡунаҡтарҙан быйма һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Һайлау бик ҙур ине: ябайы ла, биҙәклеһе лә, оҙоно ла, ҡыҫҡаһы ла.
Байрамда ҡатнашҡан кешеләрҙе былау һәм йылы сәй менән һыйланылар.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмө.
Читайте нас