Ижад – йәшәйешебеҙ нигеҙе. Бөгөнгө дата иһә ижад кешеләренә хөрмәт менән ҡарарға өндәй. Ябай ғына шөғөл түгел ижад, уның өсөн әллә күпме көс, күңел һалына, әллә күпме ваҡыт сарыф ителә.
Ә ижади һәләт һәр кемдә бар. Нимә менән генә шөғөлләнмәһәк тә, уны бар күңелеңде һалып атҡарыу – үҙе бер ижади процесс. Ул иһә һәр кемгә шатлыҡ-ҡыуаныс, бәхет хистәре бүләк итә.
Йәшәү – үҙ ижад итеү бит ул. Һәммәбеҙҙә булған һәләтте аса ғына белергә кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта үҙеңде аңлай, тыңлай белеү мөһим. Тағы шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: бер ижад емеше лә бер нисә көн эсендә хасил булмаған. Оҫта уның хаҡында әллә күпме уйланған, артабан әллә күпме ваҡытын сарыф иткән, көсөн йәлләмәгән. Күңелгә ятҡан шөғөлөңдө табыу иһә - үҙе ҙур бәхет! Байрам менән, дуҫтар!
Фото: uchaly.bashkortostan.ru