Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 09:00

Андрей Назаров үҙе барып ҡараны

Юл үткәргесте төҙөкләндергән урында проблемалар нисек хәл ителер?

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереү мәсьәләһе бик борсой. Был ҡалалағы тығындарға бәйле.
Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзаларына ремонтты мөмкин булғанса тиҙләтергә һәм тығындарҙы кәметергә ҡушҡайны. Премьер-министр Андрей Назаров урынға үҙе барып, был турала социаль селтәрҙәрҙә пост ҡуйған.
“Бөгөн Башлыҡ ҡушыуы буйынса төҙөкләндереү барған ерҙә булдым. Үҙ аяҡтарым менән үтеп, эштең барышын ҡараным. Тәүҙә водителдәр менән аралаштым. Улар ниндәй аныҡ участкаларҙа иң ҙур проблемалар барлығы тураһында әйтте.
Үҙем өсөн өс нөктә билдәләнем. Был З. Вәлиди урамынан Салауат Юлаев проспектына инеү өсөн ике урын – иҫке һәм яңы күперҙәр, шулай уҡ Өфөгә кергәндәге “Мәктәп” туҡталышы тирәһе.
Тәүге ике участкала “һыҙаттар буйынса хәрәкәт” билдәләре ҡуйыласаҡ. Был бер ни тиклем хәрәкәттең көсөргәнешен кәметергә ярҙам итәсәк. Маневр яһаусылар кәмерәк буласаҡ. Әле унда автоһәүәҫкәрҙәр үҙ рәтенә тормай. Мәҫәлән, берәүгә тура барырға кәрәк, ә ул һулға тора, икенсеһенә, киреһенсә, һулға китергә, ә ул аҙағына тиклем тура барасаҡ. Һәм бына улар хәрәкәтте туҡтата башлай, һуңғы мәлдә икенсе һыҙатҡа күсә, һөҙөмтәлә башҡаларға ҡамасаулай. Билдәләр ҡуйғас, улай булмаясаҡ.
“Мәктәп” туҡталышы буйынса. Уны күсерергә уйлайбыҙ. Әле бында коллапс барлыҡҡа килә, сөнки Дим яғынан аэропорт йүнәлешендә ҙур ағым машиналар бара, шул уҡ ваҡытта автобустар ҙа ошонда уҡ туҡтай. Һөҙөмтәлә тығын, хәрәкәт ауырлаша. Туҡталышты күсерһәк, еңелерәк буласаҡ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Радий Хәбиров төҙөкләндереү ваҡытын ҡыҫҡартырға ла ҡушҡайны. Андрей Назаров был йәһәттән дә ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында хәбәр итте.
“Әгәр күперҙе һыҙатлап түгел, ә тулыһынса ремонтлаһаҡ, ваҡытты ҡыҫҡартыу мөмкин буласаҡ. Бының өсөн уны тулыһынса ябырға кәрәк. Был мөмкинме, юҡмы икәнен аңлау өсөн тест режимында күпер буйынса хәрәкәтте шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе көндәре ябырға ҡарар иттек. Һәм экспериментты тамамлап, мәсьәләне Башлыҡ менән хәл иткәс, һуңғы ҡарар ҡабул ителәсәк – ремонт осоронда күперҙе ябабыҙмы, юҡмы? Бында күп нәмә кешеләргә ниндәй альтернатив маршруттар тәҡдим итеүебеҙҙән торасаҡ. Әлеге машиналар ағымын ҡайҙа һәм нисек йүнәлтербеҙ. был йәһәттән варианттарҙы тикшерәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, оптималь ҡарар табып, уңайһыҙлыҡтарҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышасаҡбыҙ”, – тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Фото: А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһенән.
Читайте нас