Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 14:30

Һөнәр оҫталарына - лайыҡлы баһа

Бөгөн Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда төрлө конкурстар еңеүселәрен дә бүләкләнеләр.

Бөгөн Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Ҡәләмдәштәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар ҡотланы.
Сара барышында төрлө конкурстар еңеүселәрен дә билдәләнеләр. Республиканың киң мәғлүмәт сараларында “Башҡортостан” гәзите террорға ҡаршы проблемаларҙы яҡтыртыу буйынса һәм “Дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу” номинацияһында – беренсе, коррупцияға ҡаршы темаларҙы яҡтыртыу буйынса икенсе урындарҙы яуланы. “Интернет селтәрендә террорға ҡаршы иң яҡшы яҡтыртыу” номинацияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан Ксения Калинина еңде.
“Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын иң яҡшы яҡтыртыу” номинацияһында беренсе урын – “Октябрьский нефтяник” гәзите журналисы Анастасия Ниғмәтуллинаға, икенсе урын – “Октябрьский нефтяник” гәзите журналисы Надежда Переведенцеваға, өсөнсө урын “Башҡортостан” гәзите журналисы Айһылыу Низамоваға бирелде.
“Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен пропагандалаған яҡшы электрон киң мәғлүмәт сараһы” номинацияһында “Белебеевские известия” Бәләбәй мәғлүмәт үҙәге журналисы Рәсимә Сабитова билдәләнде.
“Дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу” номинацияһында беренсе урынды – “Башҡортостан” гәзите, икенсене – “Аҡбуҙат”журналы һәм өсөнсө урынды “Толпар” яуланы. Ошо уҡ тема буйынса электрон киң мәғлүмәт сараларында (Интернет, телевидение, радио) беренсе урын – “Бәхетнамә” тапшырыуына (“Башҡортостан” юлдаш телевидениеһы), икенсе урын – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһына, өсөнсө урын “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” яңылыҡтар хеҙмәтенә бирелде.
Республика гәзиттәре һәм журналдары редакциялары араһында “Наркоманияны иҫкәртеүҙе яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса эштәрҙе иң яҡшы ойоштороу” номинацияһында беренсе урынды – “Йәшлек” гәзите, икенсене – “Шоңҡар” журналы һәм өсөнсө урынды “Ватандаш” журналы яуланы.
Рәсәйҙең Журналистар союзы Почет грамоталары менән Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең матбуғатҡа яҙылыу һәм реклама бүлеге мөдире Гөлдәр Абдуллина, “Ашҡаҙар” радиоһының өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова, Башҡортостан Журналистар союзының сайт буйынса белгесе, “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ветераны Светлана Мушкина, Ишембай телевидениеһы директоры Сибәғәт Рахманғолов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мәғлүмәт тапшырыуҙары редакцияһы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова һәм башҡалар бүләкләнде.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас