Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 16:30

Улы өсөн атаһынан үс алған

Бер ғәйепһеҙ 71 йәшлек кешене билдәһеҙ әҙәм туҡмап сыға. Асыҡланыуынса...

Октябрьский ҡалаһында була был аяныслы хәл. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан бер ғәйепһеҙ 71 йәшлек кешене үҙ йортонда билдәһеҙ кеше туҡмап сыға.
Зыян күреүсе хәбәр итеүенсә, “саҡырылмаған ҡунаҡ” бита таяғы менән ҡоралланған була, ноутбукты урлай.
Тәфтишселәр һуғыш суҡмарының эҙенә тиҙ төшә. Ул пенсионерҙың улының 31 йәшлек әшнәһе булып сыға. Ғәйепләнеүсе аңлатыуынса, ике ир араһында ниндәйҙер бәхәс ҡуба. Ул танышын аҡылға ултыртыу өсөн өйөнә килә, әммә уны тап итмәгәс, үсен атаһынан алырға була.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас в