ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә бәләкәй балалы ғаиләгә ярҙам иткән. Был хаҡта "КП-ӨФө" порталы хәбәр иткән.
Ул көндө кесе лейтенант Айҙар Шафиҡов һәм полиция лейтенанты Николай Полежаев ғәҙәттәгесә эш мәлендә була. Төн йөҙөндә Черниковка биҫтәһендә Свобода һәм Вологодская урамдары киҫелешендә туҡтап торған "Лада Гранта" автомобиленә иғтибар итәләр улар. Машина юл ситендә тора, эргәһендә үткән машиналарҙы туҡтатырға маташҡан ҡатын була.
Полицейскийҙар битараф ҡалып үтеп китмәй, ә эштең ниҙә икәнлеге менән ҡыҙыҡһынып, туҡтайҙар. Баҡтиһәң, бәләкәй балалы ғаилә Өфөгә ҡунаҡҡа килгән. Әмәлгә ҡалғандай, төндә машиналары боҙолоп туҡтап ҡалғандар. Ғаилә башлығы үҙе йүнәтеп ҡараһа ла, килеп сыҡмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ярҙам тәҡдим итеп, бәләкәй бала менән ҡатынды үҙҙәренең йылы машинаһына ултыртып алалар. Ватыҡ машинаны буксирлап автосервисҡа алып китәләр, әммә техника ныҡ боҙолған, унда ла ярҙам итә алмайҙар. Ахырҙа полиция хеҙмәткәрҙәре, эвакуатор саҡыртып, икенсе урынға алып барып, машинаны йүнәтеүгә өлгәшәләр.
Улар осрамаһа, сит ҡалала ҡышҡы һыуыҡ төндә бәләкәй бала менән урамда ҡалған кешеләр ни эшләр ине икән? ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең юлдағы водителдәргә ҡарата битараф булмауына, иғтибарлылыҡтарына һоҡланып, ярҙамдары, изгелектәренә рәхмәттәрен әйтеп бөтә алмайҙар.