Мәғлүм булыуынса, 8 ғинуарҙа Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһы реконструкцияға ябылғайны. “Уралмостострой” йәмғиәтенең 30-сы күпер төҙөү отряды директоры урынбаҫары Евгений Уткин тәүге алты көндә нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә хәрәкәтте ойоштороуҙың яңы схемаһына ярашлы юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылды, юл ситендәге ҡоймалар, тротуар плитәләре, деформация йөйҙәре һүтелде.
– Әле юлдағы асфальт-бетон япманы демонтажлайбыҙ, унан һуң тороҡ ҡоролмаларын һүтеүгә тотонабыҙ. Хәрәкәтте тотҡарламау, иң мөһиме - эштең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн был ғәмәлдәрҙең барыһы ла төндә башҡарыласаҡ, – тине ул.
Әле объектта тәүлек әйләнәһенә ике сменала 30 кеше һәм 15 берәмек техника эшләй.
Баш ҡалаға ингән ерҙәге юл айырсаһында тығындар йыш була ине. Хәлде яйға һалыу өсөн Воровский урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша әүәлге ике күпер араһына яңыһы һалына. Ләкин уны юл айырсаһы менән тоташтырырға кәрәк, юғиһә тығындар мәсьәләһен хәл итеп булмаясаҡ. Айырсаны реконструкциялауҙы 2021 йылдың ноябренә тамамларға ниәтләйҙәр. Артабан 2022 йылдың төҙөлөш миҙгелендә Ҡала көнөнә тиклем башҡа төшөү юлдарын реконструкциялау буйынса эш тамамланырға тейеш.
Әле юл айырсаһында һәр йүнәлештә икешәр һыҙат бар. Реконструкциянан һуң алты һыҙат барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ тороҡ ҡоролмаларының бағаналары ла оҙайтыла, һөҙөмтәлә Салауат Юлаев проспекты аҫтында транспорт хәрәкәте өсөн йәнә бер айырым һыҙат барлыҡҡа киләсәк.
Транспортҡа бәйле хәлгә мониторинг яһау һәм халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса йылдам эш итеү өсөн Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков рәйеслегендә ҡала штабы эшләй. Көнүҙәк мәғлүмәттәр баш ҡала хакимиәте сайтындағы махсус бүлектә урынлаштырыла.
Бынан тыш, теләге булған һәр кем ошо участкалағы хәлде “Өфөнет”тың видеокамералары ярҙамында күҙәтә ала. Ҡала хеҙмәттәре өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан маршрутты алдан уҡ күҙаллауҙы һорай.