2021 йылда Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән башҡарылған төҙөлөш-монтаж эштәре күләмен былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Был турала проекттың концессионеры булған Башҡортостан концессия компанияһынан хәбәр иттеләр.
Әле төҙөлөш бөтә йүнәлештә лә әүҙем бара. Тоннель ҡаҙыу һәм гидроизоляция эштәре башҡарыла, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм эстакаданың таяуҙары өсөн нигеҙ һалыуға әҙерлек бара. Юғары тиҙлекле автомобиль юлы буласаҡ урында һыу үткәргес торбалар һалына, һыу ағасаҡ үҙән нығытыла, электр линиялары, коммуникациялар үткәрелә. Эш артҡанға күрә персонал һәм техника ла күберәк йәлеп ителә. Әле төҙөлөштә 1000-гә яҡын кеше һәм 150 берәмектән ашыу машина, механизм эшләй, тиҫтәләгән субподряд ойошмаһы йәлеп ителгән.
– Былтыр беҙҙең төп бурыс объект төҙөлөшөн әүҙем фазаға сығарыу ине. Дөйөм алғанда, был бурыс үтәлде. Шул осорҙа өс миллиард һумлыҡ инвестиция аҡсаһы үҙләштерелде, ә декабрҙә уның күләме 900 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Яңы йылда төҙөлөштөң йылдамлығын һаҡлап ҡалыу өсөн инвестицияны айына кәмендә бер миллиард һум үҙләштереү кимәленә сығырға ниәтләйбеҙ. Төп эш тоннелгә бәйле. Тап ул проекттың иң ҡатмарлы өлөшөлөр, моғайын. Әммә был бурысты үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған, оҫта белгестәр командаһы ла тупланған. Шулай уҡ күпер һәм эстакада һалыу буйынса ла күләмле эш көтә, – тине Башҡортостан концессия компанияһының генераль директоры Асабали Закавов.