Бөгөн Өфөлә педофилде үлтереүҙә ғәйепләнгән Владимир Санкинға ҡарата хөкүм ҡарары сығарылды.
Был ирҙең тарихы республика ғына түгел, бар илгә таныш тиһәң дә хата булмаҫ. Былтыр ғинуар аҙағында 34 йәшлек Владимир Санкин өйөнә ҡайтып барған. Уның янына ике таныш үҫмер килә һәм 54 йәшлек ир уларға ҡарата енси енәйәт ҡылырға теләүе тураһында әйтә. Санкин был ир менән мөнәсәбәттәр асыҡларға була, низағ сыға, аҙаҡ һуғышыуға барып етә. Владимир ирҙе ҡулы, аяҡтары менән туҡмай, ағас таяҡ менән дә эләктерә. Һуңғараҡ ир "Ашығыс ярҙам" машинаһында йән бирә. Билдәле булыуынса, ул яңыраҡ ҡына педофилия өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан булған.
Тәүҙә Санкин “үлтереү” һәм “талау” статьялары буйынса ғәйепләнә. Аҙаҡ уның эше “үлемгә килтергән, белә тороп һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү” тип үҙгәртелә.
Судта Санкин балаларҙы яҡланым һәм үҙем унан яҡландым, ти. Тик прокурор быны кире дәлилләй. Присяжныйҙар иһә уның ғәйебе дәлилләнә тип иҫәпләй.
Һөҙөмтәлә суд уны һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итә. Ул ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырасаҡ. Уны суд залында ҡулға алалар.