Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2021, 13:30

“Теге өсәү”ҙең берәүһе алмашынды

Күптәрҙе хәҙер “Филүс Ҡасимов ҡайҙа булған?” тигән һорау борсой.

“Теге өсәү”ҙе барыһы ла яҡшы беләлер. Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов, Ғәзиз Әбделмәновтан торған ижади тандем “Юлдаш” радиоһы йышлыҡтарында ла, БЮТ каналында ла уңышлы сығыш яһай: тәүгеһендә республика халҡын таң һарыһы менән йоҡонан уятып яңы көнгә дәртләндерһә, зәңгәр экрандарҙа тапшырыу һайын яңы “йондоҙ”ҙан машинала юл йөрөй-йөрөй интервью ала.
Уларҙың “Ай йыры” рубрикаһы ла иғтибарға лайыҡ – Башҡортостанда, Рәсәйҙә булып торған көнүҙәк ваҡиғаны оҫта ғына эләктереп алып йырға һала егеттәр.
Бөгөн улар үҙ тамашасыһын аптырауға һалды: Филүс Ҡасимов урынына иртәнге эфирға ошо уҡ “Юлдаш” радиоһы дикторы Айбулат Сәсәнбаев менән сыҡты, етмәһә, Интернет киңлектәрендәге “Юлдаш” радиоһының социаль селтәрҙәрендә “Теге өсәү” хэштегы аҫтында Йәмил, Ғәзиз, Айбулат төшкән фото пәйҙә булды.
Был фото аҫтындағы иң күп комментарийҙар башлыса бер йөкмәткелә: “Филүс ҡайҙа?”
Яуап артынан Айбулат Сәсәнбаевҡа мөрәжәғәт иттем.
“Филүс Ҡасимов бер ҡайҙа ла китмәне, - тип аныҡлыҡ индерҙе “Теге өсәү”ҙең яңы терәүе, - ул яңылыҡтар хеҙмәтенә күсте. Үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, миңә ярҙам итә. Тура эфирҙа абынмаҫҡа янда Ғәзиз менән Йәмил бар. Хәҙер яңы көн тәртибенә өйрәнәһе ҡалды”.
Баҡтиһәң, Айбулат элегерәк тә “Теге өсәү”ҙә эфирға сыҡҡан, был хәл үткән йыл егеттәр ауырып киткәндә булған.
“Теге өсәү”ҙә яңы һулыш, ул яңы ижад ҡомары булдырһын тип теләйек.
Фото: “Юлдаш” радиоһы
Читайте нас: