Йәмғиәт
15 Ғинуар 2021, 15:30

Боҙ һарайы, шифахана, “Башҡорт фарфоры”...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында 2018 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған Боҙ һарайында булды.

Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған Боҙ һарайында булды. Ошо ваҡыт эсендә “Башнефть” йәмғиәте Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды аша төҙөлөшкә 213,5 миллион һум аҡса бүлгән.
Боҙ һарайы 800 урынға иҫәпләнгән. Бында ҡала халҡы хоккей, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнәсәк, конькиҙа йөрөйәсәк, шулай уҡ төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа уҙғарыласаҡ.
Комплекс биләмәһендә ҡаҙанлыҡ, ярҙамсы станция, һыуытҡыс ҡулайламалар барлыҡҡа киләсәк. Төҙөүселәр ер эштәрен башҡарған, тышҡы инженерлыҡ, канализация селтәрҙәрен үткәргән, нигеҙ һалған, тимер-бетон колонналар, металл фермалар ҡорған.
– 2022 йылда беҙ төҙөлөштө тамамлап, Боҙ һарайын асырбыҙ. Ул ҡалаға бик шәп бүләк буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бер үк ваҡытта тирә-яҡтағы биләмә лә төҙөкләндерелә. Спорт комплексының икенсе сираты бассейн төҙөлөшөн үҙ эсенә ала.
1-се ҡала дауаханаһында Радий Хәбиров 1-се хирургия корпусына яһалған реконструкцияға баһа бирҙе. Яңыртылған корпуста, хирургия бүлегенән тыш, эндоскопия, ультратауыш һәм функциональ диагностика бүлектәре урынлашҡан, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был эшкә 45 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
Октябрьскийҙағы “Росток” балалар шифаханаһы – 1963 йылда асылған кардиоревматология шифаханаһының хоҡуҡи вариҫы. Бында тоҙ шахтаһы, дауалау-физкультура комплексы, ингаляция бүлмәһе, спа-капсула бар. 2019 йылда шифаханала – 1110, ә 2020 йылда ни бары 165 бала һаулығын нығытҡан. 10 апрелдән ул эшен туҡтатҡан. Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” кәңәшмәләренең береһендә шифахананы үҫтереү мөмкинлеген тикшерергә тәҡдим итте.
Артабан республика Башлығы Октябрьский фарфор изделиелар заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Башҡорт фарфоры” предприятиеһында булды. 118 кешелек коллектив кафе, отель, ресторандар өсөн 300 төрҙән ашыу һауыт-һаба етештерә. Юғары сифатлы сеймал һәм сит ил ҡорамалдары социаль учреждениелар өсөн хәүефһеҙ продукция, сувенирҙар, вазалар, бәләкәй скульптуралар сығарыу мөмкинлеген бирә.
“Башҡорт фарфоры” предприятиеһы йыл һайын төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең 100 тауары” конкурстары лауреаты.
– Республикабыҙҙың иң боронғо предприятиеларының береһе байтаҡ ауырлыҡтар кисерҙе. Әле бында һөҙөмтәле идарасылар командаһы тупланды. Беҙ заводтың тотороҡло эшенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас