Йәмғиәт
15 Ғинуар 2021, 14:00

Октябрьский нисек йәшәй?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында эш сәфәрендә булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе торлаҡ һәм инфраструктура объекттары төҙөлөшө менән танышты, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һәм сәнәғәт предприятиеларын ҡарап сыҡты.
Республика Башлығы ҡаланың көнсығышында урынлашҡан шәхси торлаҡ йорттар биҫтәһендә булды. 2013 йылда бында халыҡтың льготалы категорияларына, шул иҫәптән ишле һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 143 ер участкаһы бүленгән. Уларҙың күпселегендә йорт һалғандар. Бөтә инженерлыҡ коммуникацияларын республика һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә үткәргәндәр.
Биҫтә халҡы төбәк етәксеһенә юл һалыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Был маҡсатҡа 100 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Радий Хәбиров юлға ҡырсын түшәргә, ә капиталь төҙөлөш мәсьәләһен территориаль заказ нигеҙендә башҡарыуҙы ҡарарға ҡушты.
Урындағы халыҡты шулай уҡ “Яҙ” (“Йыл миҙгелдәре”) торлаҡ комплексындағы 18-се һәм 19-сы йорттар төҙөлөшөн аҙағына еткереү проблемаһы борсой. Өлөшсөләр фатирҙарын 2017 йылда уҡ алырға тейеш булған. Әммә төҙөүсе үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән. Эште 4-се төҙөлөш идаралығы үҙ иңенә алған.
Былтыр мартта Октябрьскийға сәфәре барышында Радий Хәбиров өлөшсөләр менән осрашты һәм аралашыу һөҙөмтәһе буйынса проблемалы йортто һалып бөтөү тураһында кәңәшмә үткәргәйне.
Әммә төҙөлөшө тамамланмаған объекттар милексеһе булған тәүге төҙөүсенең бурысы булғанға күрә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика идаралығы “Яҙ” торлаҡ комплексындағы күсемһеҙ милекте теркәү ғәмәлдәрен тыйҙы. Объекттарҙың әҙерлек кимәле юғары булһа ла, 4-се төҙөлөш идаралығы, аҡса булмау сәбәпле, төҙөлөш-монтаж эшен туҡтатып торҙо.
Радий Хәбиров хәлдең айышына төшөнөргә һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын 18 ғинуарҙа Ҡала төҙөлөшө советы ултырышында тикшерергә ҡушты.
Эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Октябрьский ҡан тамырҙары үҙәгендә булды. Бында киҫкен коронар синдромлы ауырыуҙарға ярҙам күрһәтәләр. Үҙәк Октябрьскийҙан тыш, Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран, Баҡалы райондары халҡын хеҙмәтләндерә.
Ҡан тамырҙары үҙәге былтыр декабрҙә эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә табиптар 53 пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.
Радий Хәбиров учреждениеның эшмәкәрлеге менән танышты, бүлмәләрҙе, ҡорамалдарҙы ҡарап сыҡты, башҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас