Өфөләге Никольский вокзалы сиркәүе ҡаршыһында асарбаҡтар өсөн парикмахерский асыласаҡ. 13 ғинуарҙа билдәле булыуынса, проект хакимиәт башлығы грантын отҡан.
Был Рәсәйҙә беренсе бушлай сәс алыу үҙәге буласаҡ, тиҙәр ҡала хакимиәтендә. Ауыр хәлдә урамда ҡалған кешеләр өсөн унда түләүһеҙ хеҙмәт күрһәтеләсәк.
"Изгелек парикмахерскийы" үҙәге проекты уҙған йылда конкурстың еңеүсеһе тип табылған. Комиссия уның уникаль булыуын һәм юғары социаль һөҙөмтәлелеген билдәләгән. Былтыр декабрь айынан Никольский вокзал ғибәҙәтханаһында ирекмәндәр үҙәге өсөн бер бинаны яңыртыу буйынса эш башланған. Бөгөн дә унда ремонт бара. Ғинуар аҙағына үҙәк тулыһынса йыһазландырыласаҡ", тигәндәр ҡала хакимиәтендә.