Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы проекты Рәсәй Президенты грантын яуланы.
Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһының өлөшө булған Татарстан башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы – ҡоролтайы (конгресс) “Сәләмәт ЭтноSTILE” социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Федерацияһы грантын алды.
“Сәләмәт ЭтноSTILE” проектына ярашлы “Милли сәләмәтлек – йолалар һәм заман” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, спорт фестивалдәре, ижади эштәр конкурстары, спорттың этник төрҙәре һәм йәштәрҙең сәләмәт тормошон формалаштырыуҙа милли үҙенсәлектәр, хәрби-техник спорт эстафеталары һәм башҡа саралар үткәреү ҡаралған.
Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, проекттың төп үҙенсәлеге – Рәсәй халыҡтары йолаларына нигеҙләнгән сәләмәтлекте һаҡлау мәҙәниәтенә йүнәлтелеүе. “Һәр милли-мәҙәни автономия аныҡ бер халыҡтың мәнфәғәте өсөн генә эшләмәй, ә этник-мәҙәни берҙәмлекте, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә. Был дәүләттең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булды һәм шулай ҡала. “Сәләмәт ЭтноSTILE” проекты этник-мәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереү, Рәсәйҙең халыҡтар берҙәмлеген нығытыу йәһәтенән ыңғай миҫал да ул”, – тип белдерҙе Лилиә Ғүмәрова.
Татарстан башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Ғәли Хәсәнов әйтеүенсә, проект Түбәнге Кама ҡалаһында тормошҡа ашырыласаҡ, халыҡты социалләштереү, студенттарҙың, йәш белгестәрҙең ижади, физик йәһәттән үҫеше, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәштәрҙең этник-мәҙәни ойошмалары менән бәйләнеште тәьмин итеү кеүек төп мәсьәләләр хәл ителәсәк. “Беҙҙең автономия 20 йылдан ашыу башҡорттарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Күп йылдар йәштәрҙең ҡеүәтен, мәҙәниәттәр диалогын асыуға йүнәлтелгән “Дуҫлаш! Хыяллан! Ижад ит!”, “Бергә беҙ берҙәмбеҙ” тигән проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Улар халыҡта хуплау таба. Былтыр декабрҙә ҙур проектты – “Заман Рәсәйендә милләт-ара мөнәсәбәттәр: хәл итеү мәсьәләләре һәм юлдары” ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрҙек. Унда Рәсәй телдәрен, халыҡтар мәҙәниәттәрен һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Хәҙер беҙҙең Башҡорттарҙың федераль автономияһы бар. Берлектә тағы күп яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Ғәли Хәсәнов.
Белешмә. Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы – Татарстан башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһына ҡарай.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы.