Үткән аҙнала йорттарҙы йылытҡан өсөн декабрҙә нигеҙһеҙ түләткән аҡсаның бер өлөшөн ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар халыҡҡа кире ҡайтарҙы.
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йылылыҡ өсөн нигеҙһеҙ алынған был суммаларҙы кире ҡайтарыу буйынса эш дауам итә. Башҡортостан Башлығының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә ошо туралағы ялыуҙар күп килә. Кешеләр был мәсьәлә менән үҙҙәре лә килә, ялыуҙы почта аша ла ебәрәләр. Шулай итеп, ул әле иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 11 ғинуарҙағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн артыҡ алынған аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтарып бирергә һәм был мәсьәләне ике көндә яйға һалырға ҡушҡайны. 18 ноябрҙә уҙғарылған оператив кәүәшмәлә Радий Фәрит улы йәнә ошо проблеманы ҡуҙғатты: “Беҙ БашРТС менән килештек – 26 миллион һум халыҡҡа кире таратылырға тейеш. Нигеҙһеҙ түләтеүҙе ҡайтарып биреү эшен артабан да дауам итергә тейешбеҙ. Иң мөһиме – был хәл ҡабатланырға тейеш түгел”.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында килеп тыуған хәлде оператив тикшереү һәм түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн ҡабат иҫәпләп сығыу буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылды.