Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Унда халыҡтың льготалы төркөмдәренә күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә сығымын компенсацияларға ҡарар ителде.
2020 йылдың ноябрендә “Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙы ойоштороу тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелгәйне. Уларға ярашлы, компенсация түләү ваҡыты 2021-2022 йылдарға оҙайтылғайны. Бынан тыш, өҫтәмәне иҫәпләү методикаһы камиллаштырыла. Әлегә тиклем өҫтәмә беркетелгән күләмдә бирелә ине (бейеклеге алты ҡатҡа тиклем булған йортта йәшәгәндәргә – 113,85 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа йәшәгәндәргә – 123,75 һум).
Быйыл 1 ғинуарҙан компенсация капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләменән һәм Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны иҫәпләү өсөн ҡулланылған норматив торлаҡ майҙанының төбәк стандарты күләменән сығып түләнә.