Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров йәнә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы айырсаһындағы юл үткәргесте төҙөкләндереү барышын барып ҡараны.
Үткән аҙнала юл хәрәкәтен көйләү буйынса ҡабул ителгән саралар арҡаһында был урындағы көсөргәнеште бер ни тиклем кәметә алғандар. Ошо йүнәлештәге эш дауам итәсәк.
Әле юл үткәргесте төҙөкләндереүҙең артабанғы ике варианты ҡарала. Беренсеһе – һыҙаттар буйынса, ғинуар башында эшләгән кеүек. Был осраҡта ремонт икенсе йылда тамамланасаҡ. Икенсеһе – хәрәкәтте тулыһынса ябыу. Ул саҡта срок ике тапҡырға ҡыҫҡара, һәм эштәрҙе быйыл сентябрҙә үк тамамлаясаҡтар.
"Әгәр төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләһә, юл үткәргесте сентябргә тиклем төҙөкләндереп бөтә ала. Был, әлбиттә, ҡалаға ингән урындағы хәлде яҡшыртасаҡ. Юл үткәргес киңәйтеләсәк һәм оҙонайтыласаҡ. Һыҙаттар һаны дүрттән алтыға тиклем етәсәк. Пассажирҙарҙы үткәреү һәләте 30 процентҡа артасаҡ", - тине Андрей Назаров.
Шул уҡ ваҡытта юл-транспорт хәлен яҡшыртыу буйынса ла эштәр алып барыла. Мәҫәлән, кәңәшмәлә шул хәл ителде: иртәнсәк пик ваҡытында Өфөгә Ағиҙел күперенән ингән яҡҡа – дүрт, сыҡҡан яҡҡа бер һыҙат эшләйәсәк. Башҡа ваҡытта хәрәкәт элекке график буйынса ғәмәлдә буласаҡ: ингән ергә – өс, сыҡҡанына – ике һыҙат. Урында шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм эвакуация хеҙмәте эшләүен дауам итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.