Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 18:40

"Яңылышлыҡ иҫбатланһа, аҡсаны кире ҡайтарасаҡбыҙ"

Был һүҙҙәрҙе бөгөн БСТ телеканалы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә “БашРТС” компанияһы директоры Тимофей Дубровский әйтте.

Был һүҙҙәрҙе бөгөн БСТ телеканалы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә “БашРТС” компанияһы директоры Тимофей Дубровский әйтте.
Һүҙ күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү тураһында бара. Бөтә республикаға яңғыраған был шау-шыулы хәл тураһында хәҙер барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Шунлыҡтан телеканал төп белгестәрҙе саҡырып һөйләшергә ҡарар иткән.
“Түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиков, “БашРТС” директоры Тимофей Дубровский ҡатнашты. Бынан тыш, һөйләшеүгә видеоконференция рәүешендә Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк, Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Әлиә Әхмәҙуллина, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Вәлиев, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев та саҡырылды.
Тапшырыуҙағы белгестәр аңлатыуынса, 4 ғинуарҙа уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эш комиссияһы төҙөлгән, ул ялыу килгән йорттар буйынса йөрөп сыҡҡан, йылылыҡ системаһының һәм приборҙарының нисек эшләүен тикшергән. Асыҡланыуынса, күп кенә йорттар идарасы компанияларҙың ғәйебе менән ҡышҡа тейешенсә әҙерләнмәгән, йылылыҡ биреүҙе көйләү, уның иҫәбен аныҡ алыуҙа күп нәмәләр күҙ уңынан ысҡынған.
“Бына ошондай комиссияны әле түгел, ә сентябрҙә эшләтергә кәрәк ине, беҙ быны мотлаҡ иҫәпкә аласаҡбыҙ”, - тине Борис Беляев. Илдар Шафиҡов билдәләүенсә, йылылыҡ өсөн түләү йәйге һәм көҙгө осор менән сағыштырғанда 40 проценттан да ашырға тейеш түгел, ашып киткән осраҡта, был ошо комитеттың иғтибарына эләгәсәк. Тимофей Дубровский аңлатыуынса, хәҙер йылылыҡ өсөн түләү элекке һымаҡ йылдың айҙарына тигеҙ бүленмәй, ә йылытыу осоронда ғәмәлдә тотонолған сығымдарға ҡарап билдәләнә, шуға халыҡта ла аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Әлиә Әхмәҙуллина халыҡтың ошо хәлгә бәйле мәғлүмәттән мәхрүм булыуын билдәләне һәм, ҡайһы берәүҙәр кәңәш иткәнсә, һәр кемдең социаль cелтәрҙә “шәхси кабинет” асырға хәленән килмәүен, насар эшләгән идарасы компанияларҙы алмаштырыу процесын еңеләйтеү кәрәклеген әйтте.
Тапшырыуҙа шулай уҡ тамашасыларҙан ошо проблема буйынса килгән күп һорауҙар яңғыраны һәм белгестәр уларға яуап бирҙе.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас