Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 17:00

"Йыл үтте тип был эште онотмайыҡ"

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһалды.
Уның сараларында 63 муниципалитет та ҡатнашты. Төҙөкләндереү эштәре барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре, предприятие һәм ойошмалар көстәре берләштерелде, шулай уҡ халыҡ та йәлеп ителде. Былар тураһында вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
Ауыл һәм ҡалаларҙа 389 километр кәртә ремонтланған, 350 километрлыҡ яңыһы ҡуйылған, 450 мең квадрат метр газон тергеҙелгән, 338 мең квадрат метр яңыһы булдырылған, 132 километр тротуар төҙөкләндерелгән һәм 187 километр яңыһы һалынған. Ун меңдән ашыу яҡтыртҡыс алмаштырылған.
“Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан” марафоны барышында 1,7 миллиондан ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылған. Был акция һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан илдә беренсе булды. Республикала шулай уҡ 34 мең квадрат метр сәскәлек ултыртылған, 33 муниципалитетта граффиты төшөрөлгән, яңы арт-объекттар ҡуйылған. Айырыуса Нефтекама, Сибай, Өфө ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Мәләүез райондары йыл һөҙөмтәләре буйынса алдынғы урындарҙа.
- Беҙ был ҙур эште муниципалитет башлыҡтары ресурстар таба алғанға башҡарып сыҡтыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Тик был әле башы ғына. Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәрҙек тә оноттоҡ булмаһын. Йыл бушҡа үтмәне тип иҫәпләйек һәм эште дауам итәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас