Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 20:55

Иғтибар: бөгөн төндә юл ябыла

Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Водителдәргә ниндәй юлдар тәҡдим ителә?

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы айырсаһындағы юл үткәргесте төҙөкләндереүгә бәйле унда сираттағы сикләүҙәр индерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был эш 8 ғинуарҙа башланды. Ул саҡта юл үткәргестең бер яҡ яртыһы ғына ябылғайны. Ә 16 ғинуарҙан алып 18 ғинуарға тиклем тест тәртибендә ул тулыһынса ябылды.
Хәрәкәтте тест режимында сикләү һөҙөмтәләре һәм артабанғы эшмәкәрлек тураһында бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров һәм баш ҡала мэры Сергей Греков үткәргән күсмә кәңәшмәлә һөйләшеү булды. Әгәр хәрәкәт тулыһынса ябылһа, эштәр быйыл сентябрҙә, ә тәүге осраҡтағы кеүек һыҙатлап ябылһа, икенсе йылға тиклем дауам итәсәк.
Юлдың был участкалағы транспорт хәлен тикшереү һәм оператив рәүештә эш итеү өсөн ҡала штабы булдырылды. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Сикләүҙәр тураһындағы бар мәғлүмәт “Яндекс.Карты" һәм “Яндекс.Навигатор” сервистарына тапшырыла, юлдағы электрон таблоларҙа күрһәтелә, шулай уҡ ҡала хакимиәтенең сайтында махсус бүлектә баҫыла.
Йәмәғәт транспортының йөрөү ваҡытын күҙәтеү өсөн “Аҡыллы транспорт” ҡушымтаһын файҙаланырға кәңәш ителә. Йәки муниципалитет сайтындағы “Транспорт онлайн” тип аталған бүлектә танышырға мөмкин. Шулай уҡ юлдың был участкаһындағы хәлде “Өфөнет” камералары аша видеонан ҡарарға була.
Әйткәндәй, “Аҡыллы транспорт” ҡушымтаһын интернет аша үҙ смартфонығыҙға күсерә алаһығыҙ. Төҙөкләндереү сәбәпле, йәмәғәт транспорты хәрәкәте интервалы артҡан. Иртәнге һәм киске пик ваҡыттарында расписаниены теүәл үтәү мөмкин түгел. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, автобустар юл үткәргесте урап уҙа. Шул уҡ ваҡытта транспорт туҡталыштары урындары үҙгәрмәй.
Һәм бына мөһим яңылыҡ еткерәбеҙ: юл үткәргестең тороҡ бағаналарын һүтеү өсөн бөгөн төнгө 00.00 сәғәттән 19 ғинуарҙың 05.00 сәғәтенә тиклем Салауат Юлаев проспектында Өфөнән сығыу һәм инеү юлында дүрт һыҙатта ла юл ябыла, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Ябыҡ участканы урап үтеү өсөн ҡаланан сыҡҡан саҡта Зәки Вәлиди урамына менергә һәм унан Ағиҙел күперенә төшөргә кәрәк.
Ә ҡалаға ингән саҡта Сочи урамына менергә һәм унан Салауат Юлаев проспектына төшөргә була.
Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын был сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра, уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә, маршрутты алдан планлаштырырға тәҡдим итә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас