Салауатта 83 йәшлек Вәкил Мөрсәлимовтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр итә Башҡортостандың "Отклик" эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре.
Яҙыуҙарынса, ул 16 ғинуар өйөнән ҡайҙалыр киткән дә әйләнеп ҡайтмаған. Оло йәштәге ирҙең медицина ярҙамына мохтаж икәнлеге билдәле, шуға уның тиҙерәк табылыуы бик мөһим.
Билдәләре: буйы - 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа сал сәсле, зәңгәр күҙле. Юғалған көнөндә өҫтөнә ҡара шапка, һоро тун, ҡара салбар, аяғына ҡара ҡышҡы ботинка кейгән.
Фото: "Отклик" отрядының "Бәйләнештә"ге төркөмө.