Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырҙы.
“Инйәр” гәзите хәбәр итеүенсә, чиновниктың үҙ теләге менән отставкаға китеүе район Советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Илшат Әминев район башлығы итеп 2019 йылдың июнендә тәғәйенләнгәйне. Әйтеүҙәренсә, әле хакимиәт етәксеһе бурыстарын үтәү Ҡырмыҫҡалы районы Советы секретары булып эшләгән Айрат Сәйетғәлингә ваҡытлыса йөкмәтелгән.