Айгиз АҪЫЛБӘКОВ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста белем ала.
Ул 1999 йылдың 13 ноябрендә Салауат ҡалаһында донъяға килә, бөгөнгө көндә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәй.
БДПУ-нан тыш, Башҡорт дәүләт университеты сиктәрендә Дәүләт идаралығы кесе академияһында белем ала.
“Белемле кеше был тормошта юғалып ҡалмаҫ”, - ти Айгиз үҙе.
Егет ҡул һуғышы, еңел атлетика, футбол, волейбол кеүек спорт төрҙәре менән мауыға, ярыштарҙа ҡатнаша.
Евразия буйынса беренсе студент алыш сәнғәте уйындарында (кикбоксинг) 2-се урын, алыш сәнғәте буйынса халыҡ-ара форумда 1-се урын, Чемпионат һәм Рәсәй беренселегендә 3-сө урын һәм башҡалар – Айгиз Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә һынатмай.
Спорт һөйгән егет фән менән дә шөғөлләнә – фәнни мәҡәләләр яҙа. Фән һәм уҡыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн былтыр Мифтахетдин Аҡмулла исемле стипендияға лайыҡ була.
Сәнғәт өлкәһендә лә уңышлы сығыш яһай Айгиз: ҡурайҙа, гитарала уйнап ҡына ҡалмай, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай, нәфис һүҙ оҫтаһы ла ул.
Айгизде күп йәштәр Инстаграм майҙансығындағы билдәле юмор оҫтаһы булараҡ белә. Ул ҡыҙыҡлы видеолары, төрлө йырҙарға пародиялары менән күптән халыҡ һөйөүен яулаған.
Нәфис һүҙ һәм бейеү оҫтаһы
Нурзилә ҠОЛҒАРИНА Ейәнсура районының Ибрай ауылынан, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында, 4-се курста белем ала.
Мәктәп йылдарынан уҡ башҡорт теле буйынса республика, төбәк кимәлендәге олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай.
“Туған телемә булған һөйөүем мине БДПУ-ға алып килде”, - ти Нурзилә.
Тырыш ҡыҙ тағы ла бейеү сәнғәте менән мауыға. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө тамашаларҙа ҡатнаша, студент йылдарында ла шөғөлөнә тоғро ҡала – башҡорт филологияһы факультетындағы “Ете ырыу”, университеттың өлгөлө “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһай, 2019 йылда Испанияла үткән бейеүҙәр фестивалендә ҡатнаша.
Нурзилә “Тере һүҙ” республика нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһендә икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була, “Студент яҙы Online – 2020” конкурсында нәфис һүҙ оҫталығы буйынса 3-сө, халыҡ бейеүҙәре буйынса 1-се урынды яулай, “Кружева” ансамбле составында “Творческий диалог поколений” Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивалендә, Мәскәүҙә үткән “Вдохновение” халыҡ-ара бәйгеһендә беренсе дәрәжә диплом ала.
Нәфис һүҙ оҫталығы буйынса Рязань ҡалаһында үткән “Полет фантазий” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынды яулай.
Нурзиләнең Башҡортостан, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге ҡаҙаныштарын һанап китһәк, ҡағыҙ етмәҫ. Унһыҙ ҙа был ҡыҙҙың бейеү һәм нәфис һүҙ оҫтаһы икәнлегенә инанғанһығыҙҙыр.
Илүзә ЗИННУРОВА – Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы ҡыҙы. Бөгөнгө көндә БДУ-ның Бөрө филиалында филология һәм мәҙәни-ара коммуникациялар факультетының 5-се курсында белем ала.
“Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға һәм үҙемде тик яҡшы яҡтан күрһәтергә тырышам”, - ти Илүзә. Быға уның төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуы дәлил: “Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” флешмобында һәм Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика шиғриәт бәйгеһендә өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ була, республика кимәлендә төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, фәнни-эҙләнеү эштәре яҙа.
Бөгөнгө көндә Илүзәнең Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” әҫәренең тел үҙенсәлектәре, хәҙерге филологияның, көнсығыш белеменең һәм журналистиканың актуаль проблемалары, Зиннур Ураҡсин әҫәрҙәренең ҡайһы бер тел үҙенсәлектәре, фәндең һәм мәғарифтың үҫеш тенденциялары, “Беренсе республика” фильмы тураһында, һүҙҙәрҙең этимологияһы, филологияның актуаль мәсьәләләре һәм рус телен уҡытыу методикаһы темаларына яҙылған фәнни эштәре бар. Улар менән йәш ғалимә Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге конференцияларҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған.
Ынйы ҠӘЛӘМОВА – төньяҡ-көнбайыш башҡорто, Гәрәй ырыуы ҡыҙы. Ул Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан, әлеге ваҡытта БДУ-ның Бөрө филиалында филология һәм мәҙәни-ара коммуникациялар факультетында 5-се курста белем ала.
Мәктәп йылдарынан уҡ район, республика кимәлендә үткән төрлө бәйгеләрҙең, олимпиадаларҙың, конференцияларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы була.
“Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү миндә тап ошо осорҙа тәрбиәләнде”, - ти Ынйы.
Университетта уҡыуҙың тәүге көнөнән үк Ынйы староста вазифаһын башҡарып килә, ул студсовет ағзаһы ла. Ҡыҙыл дипломға дәғүә итә.
Рәсәй, Башҡортостан, төбәк-ара кимәлдәге тасуири уҡыу конкурстарында ҡатнашып тәүге урындарға лайыҡ була: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй тасуири уҡыу конкурсында, Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйыыса республика бәйгеһендә икенсе дәрәжә диплом, “Ата-бабалар ауазы” төбәк-ара әҙәби-шиғри фестивалдә дипломат исемен яулай, университет кимәлендә уҙған әҙәби кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Ынйы театр сәнғәтенә ғашиҡ. Уның Бөрө ҡала мәҙәниәт йортондағы “Өмөт” халыҡ театрында шөғөлләнеүенә биш йыл.
Ынйы журналистика менән дә ҡыҙыҡһына: төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының район-ара “Йәнтөйәк” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә. Ул ғилми-тикшеренеү эштәре лә яҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, эштәре йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға.
“Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен пропагандалау, боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған үҙенсәлекле диалектыбыҙҙың ҡариҙел, ғәйнә, түбәнге ағиҙел – ыҡ, урта урал, танып һөйләштәрендә һөйләшкән йәш милләттәштәремде әҙәби башҡорт теленә өйрәтеү минең дә өлөшөмә төшәсәк. Әле мин ошо изге маҡсатта белем эстәү юлындамын”, - ти Ынйы.
Халҡына файҙа килтерергә ашҡына
Наҙгөл ҠУЖАГИЛДИНА Хәйбулла районының Аҡташ ауылынан.
БДУ-ның Сибай институтында педагогика факультетының башҡорт һәм рус бүлегенең һуңғы курсында белем ала.
Наҙгөл халыҡ-ара төрки телдәр буйынса дистанцион олимпиадаларҙа, Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуына арналған халыҡ-ара тәржемә конкурсында, Сибайҙа үткән “Йөрәктән йөрәккә” шиғриәт бәйгеһендә, “Йәш журналист” республика конкурсында, Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙарын яттан һөйләү республика бәйгеһендә, төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнашып призлы урындар яулай, “Арҡадаш” халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә сәхнә әҫәренә рецензия яҙа.
Наҙгөл – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға ла эйә.
“Төп маҡсатым – уҡыуҙы уңышлы тамамлап үҙ халҡыма файҙа килтерерлек эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү”, - ти ҡыҙ.
Үҙе студент, үҙе уҡытып та өлгөрә
Наҙгөл ЯНБАЕВА Баймаҡ ҡыҙы, ошо райондың Ҡаратал ауылында донъяға килгән.
Бала саҡтан уҡытыусы һөнәрен үҙләштерергә хыяллана, был теләге уны БДУ-ның Сибай институтына, педагогика факультетына алып килә.
Әлеге ваҡыттан Наҙгөл 5-се курста тик “бишле”гә генә белем ала, шул уҡ ваҡытта Баймаҡ районының Басай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
2020 йылда уға яҡшы уҡыу һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостан Башлығының стипендиаты исеме бирелә.
Уҡыуҙан тыш ойошторолған саралараҙа, ғилми-конференцияларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып төрлө урындар, номинацияларға лайыҡ була: Һәҙиә Дәүләтшинаның 115 йыллығына арналған халыҡ-ара шиғри конкурсында, Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналған Рәсәй кимәлендә үткән ижади конкурстарҙа, Сибайҙағы «Йөрәктән йөрәккә», Мостай Кәримдең 100-йыллығына арналған «Мостай иле» шиғыр һөйләү бәйгеләрендә Гран-при, 1-се урындарҙы яулай.
Наҙгөл халыҡ-ара төрки телдәр буйынса дистанцион олимпиадала 2-се урынға, халыҡ-ара «Арҡаҙаш» фестиваль-конкурсында, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ғилми-конференцияларҙа 3-сө урынға лайыҡ була.
18 йәшендә депутат булған
Айнур ҠӘҘИМОВ Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 3-сө курсында белем ала.
Егет Күмертау ҡалаһында донъяға килә, 3-сө республика башҡорт гимназия интернатын тамамлай, унда уҡыған йылдарында уҡыусылар араһындағы Кесе Ҡоролтайҙы етәкләй.
2017 йылда Бөтә Рәсәй “Йыл уҡыусыһы” конкурсында еңеү яулай, бер йылдан һуң Кинйә Арыҫланов исемендәге премияға лайыҡ була.
Айнурҙың әүҙем эшмәкәрлеге студент йылдарында ла дауам итә: Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта йәштәр сәйәсәте лигаһы ойошмаларын аса.
Айнур Ҡәҙимов – Башҡортостандың беренсе йәш депутаты, ул 18 йәшендә ауыл советына был эшмәкәрлек арҡылы документтар тапшыра, ауыл халҡы уға ышаныс күрһәтә.
Ышаныстарын аҡлай егет: ауылдағы иҫке мәктәп бинаһын хакимиәт тарафынан ремонтлатып, пенсия таратыр һәм йәштәргә файҙалы ваҡыт үткәрер өсөн йылы урын булдыра.
Айнур етәкселегендә БДУ-ны Стәрлетамаҡ филиалында Төрөк-дебат дискуссия майҙансығы ойошторола, унда студенттар башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә дебат уйындарында ҡатнашалар.
Сәхнә тормошо менән дә ҡыҙыҡһына егет, КВН уйындарында ҡатнаша.
2019 йылда ситтән тороп уҡыуға күсә, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы булып эшләй, үткән йылда Мәрхәмәтлелек фонды директоры, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам-мөхтасибаттең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Рәсәй студенттар отряды яугире
Сулпан ИСҠУЖИНА Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
Ул бәләкәй сағынан үк сәхнә тормошо менән ҡайнап үҫә: бейей, “Осҡон” балалар телевидениеһында, күп сараларҙа алып барыусы ролен башҡара.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына уҡырға ингәс, 1-се курстан уҡ ижади мөхиткә сума, “Дәрвүш” бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Сулпан 2-се курста белем алғанда журналист һөнәренең нескәлектәрен үҙләштерә башлай, был йүнәлештәге күп бәйгеләрҙә ҡатнаша, “Йәш журналист” конкурсының алып барыусыһы итеп тәғәйенләнә.
Әлеге ваҡытта Рәсәй студенттар отряды ойошмаһының БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы штабында методист вазифаһын үтәй.
Ҡәҙриә ЗӨБӘЙЕРОВА – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты. Сығышы менән Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.
Мәктәп йылдарында ауылдың һәм райондың йәмғиәт эштәрендә актив ҡатнашҡан өсөн Советтар Союзы Геройы Хәсәнов Сафа Хужам улы һәм Стәрлебаш районы хакимиәте стипендияһына лайыҡ була.
Беренсе курстан уҡ ул үҙен тырыш студент һәм әүҙем йәмғиәт эшмәкәре итеп күрһәтә. Мәктәп йылдарынан гуманитар предметтарҙы ярата һәм артабан да буласаҡ һөнәрен телдәрҙе өйрәнеү менән бәйләй. “Матур, дөрөҫ һөйләү беҙҙең һәр беребеҙ өсөн бик мөһим, күп һәм төрлө кешеләр менән аралашҡанда ул бигерәк тә. Был һөнәр ижад менән тығыҙ бәйләнгән, ул миңә бик күп сараларҙа сығыш яһағанда ла ярҙам итә” – ти Ҡәҙриә.
Уҡыуҙа бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәләренә өлгәшә. Ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, сығыштар яһай. Университет тормошонда, төрлө конкурстарҙа, мәҙәни һәм ижтимағи сараларҙың эсендә ҡайнай. Ошо уңыштары өсөн ул Юғары дәүләт академик стипендияһына лайыҡ була. Шулай уҡ әҙәбиәт, шиғриәтте төплө өйрәнгән, уҡыу һәм ижтимағи фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранты менән тәбрикләнә.
Йәштәр өсөн ойошторолған район, республика, рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙың призеры, дипломанты, лауреаты исемдәренә лайыҡ булыуын дауам итә. Шулар араһында, мәҫәлән, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» III Республика конкурсында «Иң йәш йәмғиәтсе» исемен яулаусы, «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында шиғыр флешмобы, «Ҡурайсы ҡыҙ» беренсе асыҡ республика конкурсы, «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр республика конкурсы лауреаты.
Бөтә Рәсәй төбәк-ара «Йыл студенты-2020» премияһында «Ижади шәхес» лауреаты исемен яулай.
«Кешегә бәхетле булыу өсөн матди байлыҡ ҡына аҙ әле, уның күңеле рухи яҡтан бай булырға тейеш. Ә рухи байлыҡ – тормоштоң һәр көнөнән ҡәнәғәт булып, донъяның матурлығына һоҡланып, уның һәр көнөнән илһам алып йәшәүеңдә», – ти Ҡәҙриә Зөбәйерова.
“Әле миңә эшләргә лә эшләргә” ти ул
Заһит ҒҮМӘРОВ Баймаҡ егете, ошо райондың Күгиҙел ауылында тыуып-үҫә. Әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты.
“Бәләкәйҙән ижадҡа, шиғырҙарға ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында уҡ күп сараларҙың алып барыусыһы булдым, шиғыр конкурстарында, һүҙ көсө ярыштарында, төрлө конференцияларҙа сығыш яһап, призлы урындар, еңеүҙәр яулай торғайным”, - ти ул үҙе хаҡында.
Заһит шиғырҙар ижад итә, студент йылдарында йыйынтығын сығара. Мостай Кәрим ижадына ғилми китап арнай.
Мостай Кәрим, Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендияларға, Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ була.
Ҡәләм оҫтаһы Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге инша, ижад конкурстарында, конференцияларҙа ҡатнашып беренсе урындар яулай.
Бөгөнгө көндә Заһит Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры һәм ирекмәндәр штабы етәксеһе вазифаларын башҡара.
“Бәләкәйҙән халыҡ менән эшләргә, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға ярҙам итеү теләге көслө булды. Шуға ла сәйәсәтте һайланым. Командам менән төрлө йүнәлештәге эштәр башҡарабыҙ. Пандемия осоронда ирекмәндәр эше менән шөғөлләнеп, яҡташтарыбыҙға беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙған өсөн Рәсәй Президентының “Беҙ бергә” миҙалына һәм Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдым. Әле төрлө яңы проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ”, - ти Заһит был өлкәләге эшмәкәрлеге хаҡында.