Йәмғиәт
18 Ғинуар 2021, 19:15

Киләсәктә лә кешеләрҙе шатландырып йәшәгеҙ!

"Мосолмандар өсөн йома байрамға ҡарағанда ла изге, – тип яҙҙы Фәнис Ғилванов. – Яҡындар менән осрашыу зарур, саҙаҡа таратыу сауаплы".

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилвановтың тыуған көнө. Күптән түгел ул “Бәйләнештә” селтәрендә түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған.
"Мосолмандар өсөн йома байрамға ҡарағанда ла изге, – тигән Фәнис Ғилванов. – Нәҡ ошо ваҡытта туғандарҙы барып күреү – маҡтауға лайыҡ, айырыуса атай-әсәйҙәр янында булырға кәрәк, яҡындар менән осрашыу зарур, саҙаҡа таратыу сауаплы".
Хакимиәт башлығы Фәнис Ғилванов Ағиҙел ҡалаһында ғүмер иткән Елена Петрованың йортона барып, бик тә изге эш башҡарған. Хужабикә биш ҡыҙ тәрбиәләй. Яҙмышы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул йәшәүҙән йәм табып, әүҙем тормош алып бара. Гүзәл заттың “Искож” предприятиеһында эшләгеһе килә, әммә барыһы ла ул уйлағанса килеп сыҡмаған.
Фәнис Яфас улы белдереүенсә, Елена үҙенә яратҡан шөғөл тапҡан – ҡыҙҙарына кейемдәр тегә. Ошо көндәрҙә “Сетро” теген фабрикаһы етәксеһе Радик Мухнуров оҫта ҡатынға теген машинаһы бүләк иткән.
Фәнис Ғилвановты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә кешеләрҙе шатландырып йәшәүен теләйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” селтәре.
Читайте нас