Исеме Башҡортостанға ғына түгел, Рәсәйгә яңғыраған урам һепереүсе Юраны Беренсе каналдағы “Давай поженимся” тапшырыуына саҡырғандар.
Юрий Ветлугин Өфө урамдарының береһен һеперә. Ул инвалид балалар йортонда үҫә, үҙ бүлмәһен бер нисә тапҡыр мутлашыусылар исеменә яҙҙыра, насар уйлы кешеләргә ышанып, улар өсөн 500 мең һум күләмендәге кредит алып бирә.
Фотограф Роман Филиппов уға модалы журналдар өлгөһө буйынса фотосессия ойошторғас, Юрийҙың тарихы тиҙ арала бөтә Рәсәйгә таралды. Мәрхәмәтле кешеләр фотограф аша урам һепереүсегә бурыстарын ҡаплау өсөн аҡса йыйырға кереште, тиҙ арала 650 һум күләмендәғе иғәнә тупланды.
Был хәл менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков та ҡыҙыҡһынды, Юрий йәшәгән йортто төҙөкләндереү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
Әле килеп Юра хаҡындағы тағы бер яңылыҡ: уны Беренсе каналдағы “Давай поженимся” тапшырыуына саҡырғандар.
“Киләһе аҙнала Юрий Мәскәүгә юллана, юл һәм йәшәү сығымдарын Беренсе канал үҙ өҫтөнә ала”, - ти был хаҡта фотограф Роман Филиппов.
Юрийҙың үҙенең һөйләүенсә, ул элек өйләнгән булған, ҡатыны менән дүрт йыл йәшәгән. “Ҡатыным башҡаға китте. Хәҙер йөрөмтәл булмаған, һәйбәт, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ табырға, уның менән ғаилә ҡорорға теләйем”, - ти ул.
Был яңылыҡҡа төрлөһө төрлө фекер белдерә. Кемдер Юрийҙың был уңышына ҡыуанһа, кемдер уны тапшырыуҙа көлкөгә ҡалдырырҙар тип борсолоу белдерә.