Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡ арттыу буйынса халыҡ араһында әле һаман бәхәстәр тынмай. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәнә ошо турала һүҙ булды һәм доклад менән вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны. Ул тарифтарҙың ни өсөн артыуын аңлатырға тырышты.
Тик Радий Хәбировҡа был оҡшаманы.
– Һеҙҙең эш дәүерендә был икенсе осраҡ бит? Өсөнсө тапҡыр булмаясаҡ! – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең ведомство бының өсөн яуаплы. Был мәсьәләләр өсөн яуап бирәһегеҙ, уның килеп сығырын да күҙ уңында тоторға тейеш инегеҙ.
Бынан тыш, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы шулай уҡ шелтә алды. Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар юл үткәргесте төҙөкләндереү буйынса тейешле эшләп етмәй, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы – йылылыҡ буйынса.
“Халыҡҡа бар нәмәне матур итеп аңлатырға кәрәк. Тышҡа сығып кешеләрҙән һорағыҙ әле: 1/12-нән 1/8-гә күсеү нимә ул тип. Белеп торам, йүнләп аңлатыу булмаған. Бындай мәсьәләләргә етди ҡарағыҙ, зинһар өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы йылылыҡ өсөн артыҡ түләү осраҡтарын асыҡларға һәм әгәр улар бар икән, кире ҡайтарыу буйынса мәсьәләне тиҙ арала хәл итегә ҡушты.