Кисә беҙҙең сайтта хәбәр ителгәнсә, БСТ телеканалында күп ҡатлы йорттарҙағы йылылыҡ өсөн түләүҙең ҡырҡа артыуына бәйле “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторолдо. Проблеманың көнүҙәк булыуын иҫәпкә алып, был турала тулыраҡ мәғлүмәт бирергә булдыҡ.
Ғинуар башында ниндәй хәл булды?
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиков, “БашРТС” директоры Тимофей Дубровский ҡатнашты. Бынан тыш һөйләшеүгә видеоконференция рәүешендә Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк, Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Алия Әхмәҙуллина, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Вәлиев, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев та саҡырылды.
Тапшырыуҙағы белгестәр аңлатыуынса, йылы өсөн артыҡ түләү алыуҙары тураһындағы ялыуҙарҙы тикшереү буйынса эш комиссияһы төҙөлгән, ул ялыу килгән йорттар буйынса йөрөп сыҡҡан, йылылыҡ системаһының һәм приборҙарының нисек эшләүен тикшергән. Былтыр декабрҙә уртаса һауа температураһы минус 12 градус тәшкил иткән, ә 2019 йылдың ошо уҡ айында был күрһәткес минус 10 градус булған.
Йылылыҡ өсөн түләүҙе күпмегә арттырыу дөрөҫ булмай?
Фатирҙа йәшәүселәр ғәмәлдә тотонған йылылыҡ өсөн түләй. Тикшереү барышында ҡайһы бер йорттарҙа яңылышлыҡтар асыҡланды. Мәҫәлән, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә. Миҙгел шарттары декабрҙәге тарифтың ноябрь менән сағыштырғанда 40 процентҡа артыуын нигеҙләй, шунан артып китһә – дөрөҫ түгел. “Баш РТС” компанияһы директоры әйтеүенсә, йылыны күпме тотоналар, шунса түләйҙәр. Бында идарасы компанияларҙы ғәйепләп булмай.
Өфөләге хәл. Уны нисек төҙәтәсәктәр?
Был проблема менән ҡалала 2 ғинуарҙа уҡ шөғөлләнә башлағандар. Революция урамындағы 167-се йортта комиссия халыҡ күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тулы йыйынтығында күрҙе. Декабрҙәге түләү хаҡы ноябрь менән сағыштырғанда ике тапҡырға айырыла. Эҫе һыу кранын асып ҡарайҙар – температураһы 67 градус, ә ул 60 ҡына булырға тейешле. Балалар уны файҙалана ла алмай һәм тештәрен һыуыҡ һыу менән таҙарта икән.
“Подвалға төшөп тикшерҙек: приборҙар барыһы ла бар, тик эшләмәй”, ти Борис Беляев. Бында йәшәгән халыҡ уларҙың эшләмәүен йылылыҡ өсөн квитанциялар килгәс кенә аңлап ҡалған.
“Беҙ хәлде төҙәттек, хәҙер йортҡа эҫе һыу урынына йылыһы ғына килә, ғинуарҙа хаҡ кәмер тип ышанабыҙ. Әле ресурс тәьминәте ойошмалары менән һөйләшеүҙәр алып барыла”, тине комиссия ағзалары.
Йорт буйынса түләү ҡағыҙҙары анализланырға тейеш. Асыҡланыуынса, “БашРТС”та приборҙарҙың эшләмәүен белмәгәндәр, был осраҡта яуаплылыҡ идарасы компаниялар өҫтөнә ята.
Бындай осраҡта ни эшләргә?
Иң тәүҙә приборҙарҙы тәртипкә килтереү талап ителә. Уларҙың нисек эшләүен теркәп барырға, яңылышыуҙарының сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Ҡатмарлы процедура, ләкин үтәлмәҫлек түгел.
Йорт ҡышҡа әҙер булмаһа, әҙерлек паспортына нисек ҡул ҡуялар?
Проблема вайымһыҙлыҡҡа барып тоташа. Йыл һайын муниципаль властар 10 сентябргә саҡлы йорттарҙы ҡышҡа әҙерләргә тейеш. Бөтәһе лә ошо ваҡытҡаса эшләнһә, әлеге мәсьәлә лә килеп тыумаҫ ине. Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының бурысы – киләсәктә бындай хәлдәргә юл ҡуймау.
Йылылыҡ сығымдарын нисек үҙаллы иҫәпләргә?
Әгәр ҙә фатирҙа йылыны үлсәгән приборҙар ҡуйырға теләһәгеҙ, идарасы компанияға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Артыҡ йылытһалар, ни эшләргә?
“БашРТС” директорының фекере: компания яғыулыҡты артыҡ тотонмай. Бөтә мәғлүмәттәр, ҡулланыусылар йылыны тейешле кимәлдә генә алыуҙарын күрһәтеү өсөн, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә тапшырыла. Компаниялар үҙ хеҙмәткәрҙәренең нисек эшләүен ҡабаттан тикшерәсәк.
Башҡортостанда йылыға хаҡ бөгөн ни саҡлы?
Республикала йылы менән тәьмин итеүсе 100-ҙән ашыу ойошма бар. Һәр ойошма өсөн тариф билдәләнә. Өфөлә бер гигакалория өсөн улар 1 167 һумдан алып 2 977 һумғаса тирбәлә. “БашРТС”тың тарифы – бер гигакалория өсөн 2 198 һум.
Тарифты кәметергә буламы?
Ҡануниәт нормаларына ярашлы, тарифта сифатлы хеҙмәт күрһетеү буйынса иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән сығымдар ҡулланыла. Тарифты кәметер өсөн, мәҫәлән, торбаларҙы алмаштырыуға киткән сығымдарҙы алып ташларға кәрәк. Ә был мөмкин түгел.
Торлаҡ-коммуналь хужалығында авариялар йыш буламы?
Һуңғы йылдарҙа был өлкәләге авариялар һаны 40 тапҡырға кәмене. Йылылыҡ селтәренең насар булыуы хәҙер күҙәтелмәй. Ҙур авариялар етәкселекте ошондай авариялы селтәрҙәрҙе ремонтлау өсөн тарифты ла арттырыу кәрәклегенә инандырҙы.
Өфөләге был мәсьәләне хәл итеү өсөн ниҙәр эшләнәсәк?
Ҡала хакимиәтендә эш төркөмө төҙөлгән. Бөгөнгә ул йорттарҙың 25 проценты самаһын ҡарап сыҡты, проблемалы урындар теркәлде. Ҡала хакимиәттәрендә урындағы эш төркөмдәре ойошторолған. Шунда уҡ хәл итергә мөмкин булған мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән. Ҡалған мәсьәләләр апрелгә саҡлы төҙөләсәк һәм киләһе йылытыу миҙгеленә саҡлы хәл ителәсәк юл картаһына индерелә. Өфө ҡалаһы хакимиәте бөтә йорттарҙы ла телеметрия менән тәьмин итергә уйлай, һөҙөмтәлә бөтә яңылышлыҡтарҙы шунда уҡ күреп буласаҡ. Республиканың башҡа ҡалаларында ла ошондай уҡ схема эшләнәсәк, ә Күмертауҙа ул булдырылған да инде.