Башҡортостан Экология министрлығы хеҙмәткәрен бәрҙергән һунарсы ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылған?
Бөрө район-ара суды 37 йәшлек Өфө кешеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡараған. Ул үҙ бурыстарын атҡарған ваҡытта власть әһеленең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф килтермәҫлек көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.
БР Экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса хеҙмәткәре 2020 йылдың апрелендә киске туғыҙҙарҙа Мишкә районының Нововаськино ауылы эргәһендәге айырыуса һаҡланыусы биләмәгә рейдҡа сыға.
Рейд төркөмө урманда саҡта ике тапҡыр мылтыҡтан атыуҙарын, торараҡ машина тауышын ишетә. Хеҙмәткәрҙәр шикле тойолған автомобиль артынан ҡыуа төшә. Унда водителдән тыш тағы бер мылтыҡлы кеше ултырғанын күрәләр. Машина туҡтап, багаж өлөшөн асырға ҡушылғас, руль артындағы ир ҡапыл ҡуҙғала һәм власть кешеһен бәрҙерә, ә ул тәүҙә капот өҫтөнә, шунан ергә ҡолап төшә. Ғәйепләнеүсе иһә хәл-ваҡиға урынынан ҡаса.
Суд был ирҙе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табып, дәүләт иҫәбенә 60 мең һум штраф түләтергә тигән ҡарар сығарған.