Бөгөн төндә, йәғни 20 ғинуарҙа, 00.00 сәғәттән 05.00 сәғәткә тиклем Өфөгә ингән яҡҡа Салауат Юлаев проспекты буйынса автотранспорт өсөн дүрт һыҙат буйынса юл ябыласаҡ.
Был сара Зәки Вәлиди урамы менән киҫелешкән урындағы юл үткәргестең терәү бағаналарын һүтеү өсөн кәрәк.
Алдан хәбәр итеүҙәре буйынса, бағаналарҙы кешеләрҙең хәүефһеҙлеген иҫәптә тотоп, тик төнгө ваҡытта ғына һүтәләр.
Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, хәрәкәт өсөн ябылған участканы урап үтеү өсөн ҡалаға ингән ерҙә Сочи урамына менергә һәм унан Салауат Юлаев проспектына төшөргә була. Анығыраҡ маршрут схемала күрһәтелгән.
Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын сикләүҙәргә аңлап ҡарарға саҡыра, уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм алдан маршрутты планлаштырырға саҡыра.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.