Йәмғиәт
21 Января 2021, 17:20

"Беҙ - республиканан берҙән-бер еңеүсе ҡала"

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы Рәсәй кимәлендәге ҙур конкурста еңеү яуланы.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәр аша яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Уларҙың ҡалаһы “Минең юлым” гражданлыҡ платформаһына ярашлы ҡалалар өсөн яңы мобиллек проектлау конкурсында еңеп сыҡҡан.
“Яҡшы яңылыҡ! “Минең юлым” проектында тыуған Нефтекамабыҙ өсөн тауыш биргән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Беҙ - республиканан берҙән-бер еңеүсе ҡала. АСИ-нан яңы мөмкинлектәр көтәбеҙ!” – тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев.
Еңеүсе ҡалалар иҫәбенә Бөйөк Новгород, Нефтекама, Лабытнанги, Шатура, Сочи, Волжский, Новомосковск, Петропавловск-Камчатский, Астрахань, Түбәнге Новгород һәм Яр Саллы ҡалалары ингән. Уларҙа 2021 йыл аҙағына тиклем яңы ҡала мобиллеге системаһы проектланасаҡ. Еңеүселәр Стратегик башланғыстар агентлығы һәм РОСДОРНИИ-нан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә үҙ ҡалаларында прогрессив ҡарарҙар һәм практикаларҙы файҙаланыу мөмкинлеге алды.
Шул иҫәптән уларҙа йәшәгән граждандарҙы урам-юл селтәрен төҙөкләндереү һәм төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итәсәктәр.
Тауыш биреүҙә Рәсәйҙең 32 төбәгенән 79 ҡала ҡатнашты, улар өсөн 94 мең кеше тауыш биргән.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас