Йәмғиәт
21 Ғинуар 2021, 07:00

Ялыуҙар килеүен дауам итә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Вячеслав Рябов күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү буйынса килеп тыуған хәлгә үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Рябов күп ҡатлы йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү буйынса килеп тыуған хәлгә үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
– Һайлаусыларҙан йылылыҡ өсөн түләүҙең ныҡ артыуы менән бәйле ялыуҙар килеүен дауам итә, – тине Либерал-демократик партияның республика парламентындағы етәксеһе. – Мәсьәлә бер нисә тапҡыр тикшерелде инде, шул иҫәптән – парламент майҙансығында. Өфө халҡы һәм белгестәр менән күп һанлы осрашыуҙар һөҙөмтәһендә төп проблемалар асыҡланды. Беҙҙең фракция мәсьәләне хәл итеүҙең түбәндәге юлдарын тәҡдим итә. Проект документтары йәки күп ҡатлы йорттоң паспорты нигеҙендә тотонолған йылылыҡтың тейешле нормаһын иҫәпләп сығарырға, йортто файҙаланыуға тапшырғанда йылылыҡ энергияһын иҫәпләүсе ҡорамалдар проектына экспертиза яһарға, йылылыҡ приборҙарының реаль ваҡытта иҫәпләгәндә нисек эшләүен бөтә кеше өсөн дә асыҡ итергә.
Вячеслав Рябовтың фекеренсә, ике яҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанда Стандартлаштырыу һәм метрология буйынса төбәк үҙәгенә мөрәжәғәт итеү ҡулайлыраҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, депутат шулай уҡ республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште яйға һалырға кәрәк тип иҫәпләй.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас