Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 12:40

Гөрләтеп йәшәй Абуҡаевтар

Дәүләт ярҙамы тағы ла дәртләндереп ебәрә ғаиләне – өс баш һыйыр малы, аҙбар-ҡураны ҙурайтыу өсөн төҙөлөш материалдары һатып алырға етә аҡса.

Ҡаланан ауылға күсенеп ҡайтҡан Абуҡаевтар социаль контракт сиктәрендә маҡсатлы ярҙам аҡсаһына мал-тыуар һатып алды.
Ролан Абуҡаев күп йылдар Йомағужа һыуһаҡлағысында водолаздар отрядында хеҙмәт итә. Артабан бәхетен эҙләп, тәүҙә Стәрлетамаҡҡа китә. Стәрлебаш һылыуы Розалиә менән танышып, яҙмыштарын бәйләгәс, ике лә уйлап тормай, Күгәрсен еренә килеп төпләнәләр. Әммә бар ерҙә лә, хатта ауылда ла бөтәһен әҙерләп көтөп тормағандары билдәле. Күгәрсендән йәш ғаилә өмөтлө уй-хыялдар менән ҡайтып төшә Стәрлебашҡа.
Тәүҙә район үҙәгенән ваҡытлыса йәшәп торор өсөн йорт алалар. Әммә йәш ғаиләнең тап ауыл ерендә төпләнеү теләге ҙур була. Райондың иң алдынғы хужалыҡтарының береһенә ҡараған Ҡуғанаҡбаш ауылынан әҙер йорт һатып алыуға өлгәшә улар.
- Стәрлебашта ҙур участалы ер табып булманы. Район үҙәгенән ауылға күсәбеҙ тип хыял итә торғас, һигеҙ йыл үтеп тә киткән. Ҡуғанаҡбаш беҙҙе ихлас ҡабул итте. Халҡы ярҙамсыл, изгелекле булып сыҡты. Ленин исемендәге хужалыҡ та колхоз статусын һаҡлап ҡалған. Ауылға килгәс, бер аҙ юғалып та ҡалдыҡ, водолаз кешегә бында нимә эшләргә тип. Ҡатыным балалар менән өйҙә. Шул сәбәпле Себер яҡтарында аҡса туплап йөрөп ҡайтырға ла тура килде, - тип яҙмышын бәйән итә Ролан Мансур улы.
Бындай тормош йәш ғаиләгә бер ҙә оҡшамай, ғаиләге башлығының һәр ваҡыт өйҙә булыуын теләй ҡатыны ла, балалары ла. Тап шул мәлдә Розалиә Ғәбделбаян ҡыҙы интернет аша ауылда йәшәгән һәм етештереүсәнлек менән шөғөлләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтелә тигән хәбәрҙе күреп ҡала. Ул социаль контракт сиктәрендә пилот программа була.
- Беҙҙең ғаилә әлеге документтарҙа талап ителгәнгә тулыһынса тап килә ине. Ауыл ерендә йәшәйбеҙ, дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Һәм үҙ ихатабыҙҙа мал үрсетергә теләгебеҙ ҙур. Шулай итеп, тейешле документтарҙы туплап тапшырҙыҡ. Ә инде былтыр ноябрҙә ҡайтарып бирмәү шарты менән 250 мең һум күләмендә аҡса күсерелде, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша хужабикә.
Дәүләт ярҙамы тағы ла дәртләндереп ебәрә сәмсел ғаиләне – өс баш һыйыр малы, аҙбар-ҡураны ҙурайтыу өсөн төҙөлөш материалдары һатып алырға етә аҡса.
- Ҡуғанаҡбашта кешеләр уңған, малды күпләп аҫрайҙар. Аҡты һатып аҡса эшләй урындағы халыҡ. Колхозда ла эш хаҡы яҡшы, шулай ҙа өҫтәмә керем берәүгә лә ҡамасау түгел. Һөт ризыҡтарын Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ баҙарына йөрөп һатабыҙ, - ти бәхетле Абуҡаевтар.
Әйткәндәй, дүрт балаға – дүрт малайға ғүмер бүләк иткән улар. Иң өлкәненә - 14, иң кесеһенә - 1,5 йәш. “Балалар бер аҙ ҡул араһына ингәс, фермер статусын да алырға уйлай башларбыҙ әле. Әлегә 20 сутый еребеҙ бар, уныһы еләк-емеш, йәшелсә үҫтереп, балаларҙы эшкә өйрәтер өсөн, - тип киләсәккә пландары менән уртаҡлаша ғаилә башлығы. - Үҙең етештергән ризыҡ таҙа ла, файҙалы ла бит".
Ысынлап та, шулай. Ауыл ерендә гөрләтеп донъя көтөргә, балалар тәрбиәләргә, ихата тултырып мал үрсетеп аҡса эшләргә теләге булған ғаиләгә афариндан башҡа һүҙ юҡ.
"Кызыл таң" гәзите сайтынан.
Читайте нас