Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты.
Осрашыуҙы асып, республика Башлығы палатаның әүәлге рәйесе Ольга Панчихинаға башҡарылған эш өсөн рәхмәт әйтте һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ уңыштар теләне. Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандағы Йәмәғәт палатаһының яңы етәксеһе Ростислав Мырҙағоловтың ижади ҡеүәте активистарға элеккесә әүҙем эшләргә мөмкинлек бирер, тигән ышаныс белдерҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Өфөләге автомобиль туҡталҡаларын проблемаһын цивилизациялы хәл итеү тәҡдимен индерҙе.
– Ҡалаларҙа туҡталҡалар мәсьәләһен 2018 йылдан уҡ хәл итә башлағайныҡ. Саралар иҫәбенә автотуҡталҡалар асыу, тупаҫ автомобилселәргә штраф һалыу, яңы торлаҡ кварталдарын төҙөгәндә уйланылған логистика, “Башҡортостан ихаталары” программаһы инде, – тине Радий Хәбиров.
Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡулайлаштырыу комиссияһы рәйесе Ғәлим Яҡупов коммуналь түләүҙәрҙе иҫәпләү тәртибен һәр кем өсөн асыҡ һәм аңлайышлы итеү тәҡдимен индерҙе.
– Халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре тәртибен бер урында күрһен өсөн берҙәм система булырға тейеш. Әле Благовещенда ошо йүнәлештә эш башлайбыҙ. Артабан тәжрибәне башҡа ҡалаларға ла таратырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Йылылыҡ өсөн иҫәптәр хәлдең киҫкенлеген күрһәтте. Был хәл власть органдары эшмәкәрлегендә төп бурыстарҙың береһенә әүерелде. “Өфөнөң инженерлыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы ноябрҙәге хаҡтан 42 процентҡа юғарыраҡ булған декабрҙәге түләүҙе ҡайтанан иҫәпләйәсәк. Иртәгә, 23 ғинуарҙа, Өфөнөң һәр районында идарасы компаниялар вәкилдәре халыҡ менән осраша. Унда нисек итеп ҡайтанан иҫәп-хисап яһалыуын ентекле аңлатырҙар. Ошондай уҡ эште “БашРТС” менән дә башҡарабыҙ. 26 ғинуарҙа улар менән бөтә мәсьәләләрҙе тикшереп, тейешле ҡарарға килербеҙ.
Республика Башлығы Йәмәғәт палатаһын йылылыҡ өсөн түләүҙәр темаһын махсус контролгә алырға саҡырҙы.
Йәмәғәтсе Айгөл Губачева һирәк осрай торған һәм ҡаты ауырыуҙарға дусар булған балаларҙы дауалау проблемаһына иғтибарҙы йүнәлтте. Уларға юғары технологиялы медицина ярҙамы кәрәк, шул иҫәптән илдең башҡа төбәктәрендә. Республика Башлығы, Өфөлә төҙөлгән Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге киләсәктә был мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе.
Йәмәғәт палатаһының мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, ирекмәнлекте үҫтереү комиссияһы рәйесе Ирина Сухарева йәштәр йәмәғәт ойошмалары эшен тормошҡа ашырыу йәһәтенән башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итте, ә палата ағзаһы Марина Таран балалар һәм йәштәр үҙәктәре педагогтарының түбән эш хаҡы, был үҙәктәр урынлашҡан биналарға ҡуртым хаҡының ҡиммәт булыуы хаҡында һөйләне.
– Йәштәр ойошмалары тиҙҙән өр-яңы бинаға күсә. Бер урында уларға яҡшы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаларына гранттар асыҡтан-асыҡ бүленергә тейеш, тип билдәләне.