Йәмғиәт
23 Ғинуар 2021, 10:00

Ҡала мэры ҡар көрәй

"Ялығыҙҙы диванда ултырып, телевизор ҡарап үткәрергә хаҡығыҙ булһа ла, һеҙҙе саф һауала ҡар көрәргә саҡырам..."

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов социаль селтәрҙә халыҡҡа, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ул предприятие һәм ойошмалар етәкселәрен көрәк тотоп урамдарға сығырға саҡыра, сөнки коммуналь хеҙмәттәр, тәүлек әйләнәһенә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, туҡтауһыҙ яуған ҡарҙы таҙартып өлгөрә алмай.
“Беҙ бөгөн урынбаҫарҙар менән бергә Коммунистик урам биләмәһендәге аллеяны ҡарҙан таҙартырға булдыҡ. Үкенескә ҡаршы, әлегә коммуналь хеҙмәттәр тулыһынса бурыстарын үтәй алмай. Бөгөн скверҙы мотлаҡ таҙартып ҡуясаҡбыҙ, - тигән ҡала мэры. - Әлбиттә, һеҙҙең ялығыҙҙы йомшаҡ диванда ултырып, телевизор ҡарап ҡына үткәрергә тулы хоҡуғығыҙ бар, һеҙ бының өсөн һалым түләйһегеҙ. Шулай ҙа мин битараф булмаған ҡала кешеләрен саф һауаға сығып, көрәккә тотонорға саҡырам. Бергәләп ҡар таҙартырбыҙ һәм һаулығыбыҙҙы нығытырбыҙ”.
Яҡшы өлгө. Әйҙәгеҙ ҡар менән көрәшкә!
Фото:BashNews.
Читайте нас