Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә тематик дәрестәр уҙҙы. Улар башлыса уҡыусыларға буласаҡ һөнәрен һайлауҙа йүнәлеш биреүгә арналды. Уҡыуҙар “Юғарыға ос” проекты сиктәрендә ойошторолғайны.
Мәҫәлән, Өфөнөң 1-се лицейында балалар баттлдарҙа ҡатнашты, тиҙ уйлап, етеҙ генә күнегеүҙәр эшләне. Шулай уҡ "Асыҡ ишектәр" көнө уҙғарып, юғары уҡыу йорто вәкилдәре менән дә осраштылар.
“Төрлө темаға арналған тематик шәмбеләр даими үтә лицейҙа. Уларҙың әһәмиәте бик ҙур, сөнки төп дәрестәрҙән тыш өҫтәмә шөғөлләнеүҙәр балаларға төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итә”, - тип билдәләй лицей уҡытыусыһы Анна Осадчук.
Башҡортостан Башлығы иғлан иткән “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы”на бәйле, мәктәптәрҙә “Сәләмәтлек көндәре”лә уҙҙы. Төрлө спорт ярыштары, көйәрмәндәр конкурстары ойошторолдо. Салауат ҡалаһының кадет мәктәбендә башланғыс кластар "Күңелле старттар"ҙа бик теләп ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһының 10-сы мәктәбе тышта “Ҡышҡы уйындар” спорт уйындары ойошторған. Унда балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашҡан. Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалап, тотош ғаиләне бындай сараларға йәлеп итеү бик яҡшы күренеш.
Фото: Өфөләге 1-се лицей.