Йәмғиәт
23 Ғинуар 2021, 13:30

Ибрай балалары һөнәр һайлай

Һөнәр һайлау – иң яуаплы эштәрҙең береһе. Шуны иҫәпкә алып, Ҡыйғы районының Ибрай мәктәбе уҡытыусылары VII-IX класс балалары өсөн бөгөн профйүнәлеш дәресе үткәрҙе.

Һөнәр һайлау – иң яуаплы эштәрҙең береһе. Шуны иҫәпкә алып, Ҡыйғы районының Ибрай мәктәбе уҡытыусылары VII-IX класс балалары өсөн бөгөн профйүнәлеш дәресе үткәрҙе.
– Бер кем дә, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа ҡыҙ һәм малайҙарҙың киләсәгенә битараф булырға тейеш түгел, – тип һөйләй Ҡыйғы районы Ибрай урта мәктәбе уҡытыусылары. – Бәлки, кемдер бәләкәй генә кәңәшкә мохтаждыр, ундайҙар ҙа бар, ә инде икенсе берәүҙәр менән йылдар буйы шөғөлләнергә кәрәк. Беҙҙең балаларҙың барыһы ла һәләтле, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр.
Ибрай мәктәбенең ата-әсәләр комитетынан белдереүҙәренсә, үҫмер һәр саҡ нимәгәлер мохтаж, атай-әсәйҙәр, һүҙ ҙә юҡ, был тәңгәлдә ярҙамсы, шул уҡ ваҡытта мәктәптең, уҡытыусыларҙың булышлығы ҙур.
Фото: Ибрай мәктәбенең сайтынан.
Читайте нас