Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 19:40

Кемде нимә борсой?

"Хәҙер көн тәртибендәге төп мәсьәлә – коронавирусты еңеү", – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Торатау” конгерсс-холында Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуындда палатаның инновациялы үҫеш, эшҡыуарлыҡ һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе Ирина Абрамова республикабыҙҙың социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһенә гранттар йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инеүе тураһында һөйләне. Ул ошо өлкәлә эшләгән кешеләрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү өсөн төбәк етәксеһенең улар менән осрашыуын ойошторорға тәҡдим итте.
– Былтыр объектив сәбәптәр арҡаһында бәйләнештәрҙе сикләргә мәжбүр булдыҡ. Әле хәл яйға һалына башланы, әкренләп сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарабыҙ. Власҡа кешеләр менән аралашыуҙы яңыртырға ваҡыт, – тине Радий Хәбиров. – Социаль эшҡыуарҙар менән осрашыу башланғысын хуплайым. Был өлкәгә ярҙам итергә кәрәк.
Йәмәғәтсе Виталий Черевков муниципалитеттарҙа мәктәптә туҡланыу системаһын ойоштороуға иғтибарҙы йүнәлтте. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер райондар аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаны тейешенсә бүлмәй, был сифатта туранан-тура сағылыш таба. Радий Хәбиров, туҡланыуҙың сифаты барыһынан да өҫтөн, шул уҡ ваҡытта был тема муниципалитеттар ҡарамағында ҡала, сөнки улар урындағы ауыл хужалығы предприятиеларының һәм фермер хужалыҡтарының продукцияһын файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тип белдерҙе.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендәге сүплек тураһында һөйләне. Һөҙөмтәлә яуым-төшөм һыуы Ҡариҙелгә ағып төшә, эсәр һыу сифаты насарая, халыҡ зыян күрә. Республика Башлығы урынға Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ебәрергә ҡушты.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова территориаль йәмәғәт үҙидараһын теркәү йәһәтенән проблемаларҙы телгә алды һәм ошондай үҙидараларҙың республика ассоциацияһын төҙөргә тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе был идеяны хуплап сыҡты.
Йәмәғәтсе Роза Хужина ишле ғаиләләр өсөн республика ташламалар программаһын төҙөү тәҡдимен индерҙе. Радий Хәбиров был мәсьәләне Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән тикшерергә кәрәк, тип белдерҙе. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, күп балалы ата-әсәне матди дәртәләндереү генә етмәй, йәмғиәттә бындай ғаиләнең ыңғай образын тыуҙырыу өсөн мәғлүмәт эшен көсәйтергә кәрәк.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәрәхова коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың төбәк Башлығы гранты рәүешендә алынған аҡсаға эшләүе мәсьәләһен күтәрҙе. Күп кенә проекттарға профилле министрлыҡтарҙы һәм ведомстволарҙы йәлеп итергә кәрәк, үҙ-ара бәйләнеш булмау арҡаһында ҡыйынлыҡтар тыуа. Радий Хәбиров грант алыусыларға ярҙам мәсьәләһен аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәләрҙең береһенә индерергә ҡушты.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова балалар һәм үҫмерҙәр өсөн йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек темаһын күтәрҙе. Республика Башлығы профилле министрлыҡтарға 2021 йылға саралар планын төҙөй башлау бурысын йөкмәтте.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов иһә йәмғиәттәге ағартыу проекттарына иғтибарҙы йүнәлтте. Уның фекеренсә, тарихи миҫалдар килтереп, телевидение мөмкинлектәрен файҙаланып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ғәмәлдәге киҫкен мәсьәләләрҙе яйға һалырға булышлыҡ итәсәк. Радий Хәбиров телевидение проекттарын планлаштырғанда ошо тәҡдимде иҫәпкә алырға ҡушты.
– Беҙ агрессив мәғлүмәттәр юҫығында йәшәйбеҙ, әммә бөтә мәсьәләләрҙе цивилизациялы хәл итергә кәрәк, – тине ул.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы һөйләшеүҙең бик файҙалы булыуын билдәләне.
– Республиканың Йәмәғәт палатаһы менән власть органдары араһында үҙ-ара бәйләнеш алымдарын көйләргә кәрәк. Һеҙҙең менән эшләргә, ярты йылға йәки кварталға бер тапҡыр булһа ла осрашырға әҙермен. Хәҙер көн тәртибендәге төп мәсьәлә – коронавирусты еңеү, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас