Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә тематик шәмбе көнө иғлан ителгәйне. Тәрбиәүи эштәр планына ярашлы, 1-6-сы класс уҡыусылары өсөн саф һауала Һаулыҡ көнө, ғаилә эстафеталары, спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторолдо, сәләмәтлек темаһына класс сәғәттәре үтте. Саралар спорт залдарында, мәктәптәрҙең хоккей һәм универсаль залдарында уҙҙы.
Ә 7-9-сы кластар өсөн Мәғариф министрлығы һәм Профессиональ әҙерлек үҙәге онлайн форматта “Профоҫталыҡ дәресе” уҙғарып, уҡыусыларҙы һөнәри белем биреү ойошмаларына инеү өсөн әҙерлек йүнәлештәре һәм вәкилдәре менән таныштырҙы. WorldSkills Russia (йәш проффесионалдар) чемпионат хәрәкәте һәм “Киләсәккә билет” проекты ла уҡыусыларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы.
10-11-се кластар өсөн әйҙәүсе вуздар, атап әйткәндә, БДУ, Аҡмулла исемендәге БДПУ, Нефть техник университеты, БДМУ, БДАУ, З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Шулай уҡ профессия һайлауға ҡағылышлы анкеталар, тренингтар ҙа күҙалланғайны.
Мәғариф министры Айбулат Хажин дөйөм республика йыйылышында, 2019 йылда биш көнлөк уҡыуға күскәс, тарихҡа, спортҡа, ғилемгә бағышланған тематик шәмбеләр айына бер тапҡыр ойошторолоп торасаҡ тигән ҡарар сығарылғанын, уҡыусылар унда мотлаҡ ҡатнашырға тейешлеге хаҡында иҫкә төшөрөп үткәйне.
Социаль селтәрҙәр ҡулланыусылары яҙыуынса, был аҙнала үтәсәк бәләкәй кластар өсөн спорт байрамы, өлкәндәргә киләсәккә һөнәр һайлау дәрестәренә арналған тематик шәмбе хаҡында уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә алдан хәбәрҙар ине.
Айбулат Хажин, Берҙәм дәүләт имтиханына ғариза биреүгә бер аҙна ғына ҡалыуын иҫкә төшөрөп, уҡыу йортона инеү өсөн предмет һайларға кәрәклеген белдерҙе. Шуның өсөн дә сығарылыш класс уҡыусыларына ярҙам итеү маҡсатында, вуз уҡытыусылары менән осрашыу ойошторолдо, тип белдерҙе министр.